Йәмғиәт
9 Сентября , 12:24

Мораҙым тарлауығына юл ремонтлана

Күгәрсен районының Мораҙым ауылынан «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы сигенә тиклем юлға асфальт түшәргә йыйыналар. Был маҡсатҡа 26,2 миллион һумға тиклем аҡса бүлеү планлаштырыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Мораҙым тарлауығына юл ремонтланаМораҙым тарлауығына юл ремонтлана
Мораҙым тарлауығына юл ремонтлана

Популяр туризм һәм ял итеү урынына алып барған юлдың һуңғы саҡрымын ремонтларға кәрәк. Әлеге ваҡытта район Үҙәге Мораҡ ауылынан Мораҙым ауылына тиклем трасса асфальтланған, ә тәбиғәт паркына грунт юлы алып бара.

Техник заданиеға ярашлы, подрядсы ҡырсынташ профилен 6 мең квадрат метрға төҙәтергә, юл аҫтына һыу үткәреү өсөн торбалар һалырға, 5 мең квадрат метр майҙанда ҡалынлығы 4 см булған эҫе асфальт-бетон ҡатнашмаһынан япма төҙөргә тейеш. Яңыртылған юлдың киңлеге 6 метр тәшкил итәсәк.

Бынан тыш, башҡарыусы 200 квадрат метр майҙанда инвалидтар машиналары өсөн урындар менән асфальт түшәлгән туҡталҡа төҙөргә һәм юл билдәләрен ҡуйырға тейеш.

Эштәрҙең заказсыһы Юлдыбай ауыл биләмәһе хакимиәте, юлдар уның территорияһында урынлашҡан. Ремонт эштәре “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) сиктәрендә, республика ҡаҙнаһынан һәм Күгәрсен районының юл фондынан финанслана. Эштәр 2027 йылдың 30 ноябренә тиклем башҡарылырға тейеш.

 

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас