

«Мәскәү менән Пхеньян араһындағы мөнәсәбәттәр һәр ваҡыт дуҫлыҡ һәм үҙ — ара ярҙам принциптарына ҡоролған», - тиелә ҡотлау телеграммаһында.
Путин Ким Чен Ын менән ике ил араһында бөтә яҡлап стратегик партнерлығын артабан нығытыу буйынса тығыҙ берлектәге эште дауам итәсәген белдерә. Уның һүҙҙәренсә, был ике ил халыҡтарының мәнфәғәттәренә яуап бирә, төбәктә хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә, дөрөҫөн әйткәндә «ғәҙел һәм күп полярлы яңы донъя тәртибен» булдырыуға булышлыҡ итә.
Рәсәй Президенты шулай уҡ КХДР-ҙың социаль-иҡтисади өлкәләге ҡаҙаныштарын һәм халыҡ-ара аренала уның позицияларын нығытыуын билдәләне. Ул Ким Чен Ыға һаулыҡ һәм дәүләт эшмәкәрлегендә уңыштар, ә республика халҡына именлек һәм сәскә атыу теләне.
Әйткәндәй, Рәсәй һәм КХДР 2024 йылдың июнендә бөтә яҡлап стратегик партнерлыҡ тураһында килешеү төҙөгәйне.