

Был хаҡта РФ президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белова белдергән.
Уның һүҙҙәренсә, учреждениеларҙа балалар һаны һуңғы йылдарҙа кәмей бара.
2030 йылға илдә балалар йорттарында һәм приюттарҙа балалар һанын ике тапҡырға кәметергә ниәтләйҙәр. РФ Президенты Владимир Путин бының буйынса ҡуйған бурысҡа ярашлы, күрһәткес 30 меңдән артмаҫҡа тейеш.
Был хаҡта Львова-Белова бөгөн Иркутскиҙа үткән социаль етемлекте иҫкәртеү буйынса стратегик сессияла хәбәр иткән. Сарала власть органдары, социаль өлкә, фән һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре ҡатнаша.