Йәмғиәт
11 Сентября , 04:12

"Салауат" компанияһы Ҡыҙыл китапҡа индерелгән үҫемлектәрҙе күсереп ултыртыуҙы ойошторҙо

2025 йылда Салауат ятҡылығында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Көньяҡ Урал ботаника баҡсаһы-институты белгестәре үткәргән ғилми-тикшеренеү эштәре һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән үҫемлектәр табылған ине.

"Салауат" компанияһы башланғысы менән ғалимдар үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен тикшерҙе һәм асыҡланы. Экологик ҡануниәтте үтәү сиктәрендә Өфө биология институты һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө Федераль тикшеренеү үҙәгенең Көньяҡ Урал ботаника баҡса-институты белгестәре үҫемлектәрҙе махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһенә оҡшаш биотопҡа күсергән. Был саралар Ҡыҙыл китапҡа индерелгән үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен һаҡлауға һәм популяцияһын арттырыуға йүнәлтелгән", - тип белдерҙе "Салауат" компанияһы директорының экологик хәүефһеҙлек буйынса урынбаҫары Арсен Таһиров.

Өфө федераль тикшеренеү үҙәге белгестәре шулай уҡ үҫемлектәрҙең йәшәүенә һәм популяция торошона артабан мониторинг алып барасаҡ.

Читайте нас