Йәмғиәт
17 Сентября , 12:47

Урал аръяғы ауылдарына юғары тиҙлекле интернет килә

Урал аръяғы райондарында йәшәүселәр өсөн ҙур яңылыҡ, 2026 йыл аҙағына тиклем төбәктең 35 бәләкәй ауылында «Ростелеком» компанияһы оптик сүс технологияһы буйынса интернет селтәрен һуҙасаҡ. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Урал аръяғы ауылдарына юғары тиҙлекле интернет киләУрал аръяғы ауылдарына юғары тиҙлекле интернет килә
Урал аръяғы ауылдарына юғары тиҙлекле интернет килә

Был эштәр „Интернет"мәғлүмәт-телекоммуникация селтәренә инеү инфраструктураһы»" милли проекты (национальный проект «Инфраструктура доступа к информационно-телекоммуникационной сети „Интернет"»)  сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

     Яңы мөмкинлектәр Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы һәм Хәйбулла райондарындағы ауылдарға барып етәсәк. Ошо көндәрҙә республиканың Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин менән «Ростелеком»дың Башҡортостандағы етәксеһе Сергей Нищев ошо проектты ғәмәлгә ашырыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Тәүге һөҙөмтәләрҙе оҙаҡ көтөргә тура килмәйәсәк: яңы йылға тиклем үк 7,7 мең йортҡа юғары тиҙлекле интернет үткәреләсәк.

     Министр Геннадий Разумикин билдәләүенсә, төп маҡсат — һәр ауылды һәм һәр йортто ышаныслы бәйләнеш менән тәьмин итеү. Был үҙгәрештәр ауыл халҡының тормошон күпкә еңеләйтәсәк: кешеләр өйҙән сыҡмайынса ғына онлайн-уҡыуҙарҙа ҡатнаша, телемедицина хеҙмәттәренән файҙалана һәм башҡа заманса һанлы сервистарға ирешә аласаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас