Йәмғиәт
25 Сентября , 06:09

Путин Именлек советы ултырышын үткәрҙе

РФ Президенты Владимир Путин Именлек Советының даими ағзалары менән йәмәғәт именлегенә янаған хәүефте нейтралләштереү буйынса сараларҙы тикшерҙе.  #ВладимирПутин

Путин Именлек советы ултырышын үткәрҙеПутин Именлек советы ултырышын үткәрҙе
Путин Именлек советы ултырышын үткәрҙе

24 сентябрҙә оператив кәңәшмә барышында Дәүләт Башлығы был өлкәлә өҫтәмә саралар күреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

"Бөгөн Рәсәйҙә йәмәғәт именлегенә янаған хәүефте нейтралләштереү буйынса өҫтәмә саралар тураһында мөһим мәсьәлә ҡарала», — тип билдәләне Путин.

Кәңәшмә барышында төп доклад менән РФ Эске эштәр министры Владимир Колокольцев сығыш яһаған.

Президент июлдә Рәсәй тышҡы һәм эске хәүефкә оператив һәм адекват яуап бирергә әҙер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алғайны. Шул уҡ ваҡытта дәүләт башлығы терроризмға, коррупцияға һәм криминалға ҡаршы көрәште дауам итергә саҡырҙы. Бынан тыш, ул Рәсәй граждандарының законлылығын, конституцион һәм йәмәғәт тәртибен, хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен тәьмин итеү кәрәклеге тураһында хәбәр итте.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас