Йәмғиәт
29 Сентября , 13:04

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡы реаль булырға тейеш

Рәсәй Президенты Владимир Путин сәйәси партиялар лидерҙары менән осрашыу барышында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге тариф сәйәсәтенә ҡағылышлы мөһим фекерен белдерҙе.  #ВладимирПутин

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡы реаль булырға тейешТорлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡы реаль булырға тейеш
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡы реаль булырға тейеш

Дәүләт башлығы һүҙҙәренсә, коммуналь түләүҙәрҙе билдәләгәндә, иҡтисади нигеҙләнгән булыу менән бер рәттән, халыҡтың реаль килемен дә мотлаҡ иҫәпкә алырға кәрәк.

Президент был мәсьәләнең йәмғиәт өсөн бик һиҙгер һәм киҫкен икәнен билдәләне. Уның фекеренсә, тарифтар кешеләрҙең тормош кимәленә ауыр йөк булып төшмәҫкә тейеш. Был йүнәлештә хөкүмәт менән парламент көндәлек режимда эшләргә, халыҡтың мәнфәғәтен яҡлаусы балансты табырға тейеш.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл апрель айында ла Владимир Путин коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡтарҙың нигеҙһеҙ үҫеүенә юл ҡуймау бурысын ҡуйғайны. Президент башҡа төрлө хеҙмәтләндереү өлкәләрендә лә тарифтарҙың ҡырҡа артыуын күҙәтеүҙе һәм уны контролдә тотоуҙы талап итә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас