

Осрашыу темаһы – “Киләсәк өсөн яуаплылыҡ: мөмкинлектең сиктәре йәки мөмкинлектең сикһеҙлеге?».
Форум Мәскәү өлкәһендә үтә, ул 28 сентябрҙә башланды. Унда 40 илдән 120 вәкил килгән. «Валдай» клубы 2004 йылдан ойошторола, йылда үткәрелә. Был ваҡыт эсендә уның сараларында 10 меңгә яҡын ғалим, сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре ҡатнашҡан. Владимир Путин клуб ойошторолғандан алып уның ағзалары менән осрашып килә.
Быйыл форумды Сочиҙан Мәскәү эргәһендәге Иструға күсерәләр. Клуб фонды советы рәйесе Андрей Быстрицкий быны логистика менән аңлата: ҡатнашыусыларға Мәскәүгә килеп етеү уңайлыраҡ.