

Быйыл 65 эш биреүсе дәүләт менән килешеү төҙөнө, уларға стажерҙарҙы әҙерләү өсөн 9,2 миллион һум субсидия бүленәсәк.
Был ярҙам ни өсөн кәрәк? Төп маҡсат — предприятиеларға йәш кадрҙарҙы ҡабул итеүҙе еңеләйтеү. Дәүләт бүлгән аҡса остаздарҙың һәм стажерҙарҙың хеҙмәт хаҡын ҡапларға ярҙам итә. Бер стажер өсөн айына 40,6 мең һум тирәһе аҡса ҡаралған, ә стажировка ваҡыты алты айға тиклем дауам итергә мөмкин.
Статистикаға күҙ һалһаҡ, программаның файҙаһы ҙур: 2009 йылдан алып унда 17 меңгә яҡын йәш белгес ҡатнашҡан. Мәҫәлән, былтыр ғына кадрҙар үҙәктәре ярҙамы менән мөрәжәғәт иткән сығарылыш уҡыусыларының 70 проценты даими эшкә урынлашҡан.
Кемдәр ҡатнаша ала? Әгәр йәш белгес уҡыу йортон тамамлағандан һуң һөнәре буйынса эш таба алмай икән, был программа улар өсөн. Төп шарт: диплом алғандан һуң бер йылдан да артыҡ ваҡыт үтергә тейеш түгел.
Эш эҙләүҙә ярҙам кәрәк булһа, «Рәсәйҙә эш» (Работа России) кадрҙар үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Быйыл ғына унда 400-ҙән ашыу йәш белгес ярҙам һорап килгән. Был — тәжрибә туплау һәм үҙеңде күрһәтеү өсөн яҡшы мөмкинлек.
Белеүебеҙсә, «Кадрҙар» милли проекты (национальный проект “Кадры”) 2025 йылда старт алды һәм 2030 йылға тиклем дауам итәсәк дәүләт программаһы. Уның төп бурысы — иҡтисадҡа кәрәкле белгестәрҙе әҙерләүҙә ярҙам итеү, өҫтәмә рәүештә кешеләрҙе мәшғүллеккә йәлеп итеү.