Йәмғиәт
2 Октябрь , 12:25

Ғаилә ипотекаһының яңы шарттары үҙ көсөнә инде

Хәҙер торлаҡ кредиты ставкаһы һәм максималь суммаһы балалар һанына һәм йәшәү урынына бәйле. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғаилә ипотекаһының яңы шарттары үҙ көсөнә индеҒаилә ипотекаһының яңы шарттары үҙ көсөнә инде
Ғаилә ипотекаһының яңы шарттары үҙ көсөнә инде

   Рәсәй финанс министрлығы ғаилә ипотекаһының яңы параметрҙары тураһында хәбәр итте, улар 1 октябрҙән ғәмәлгә инде. Иң беренсе шарт, ғаиләлә 7 йәшкә тиклемге бер бала булырға тейеш.

Биш һәм унан күберәк балалы ғаилә - 2 процент ставка менән, торлаҡ кредитының максималь суммаһы — 10 миллион һум.

Дүрт балалы ғаилә-4 процент һәм 10 млн һум.

Өс балалы ғаилә-6 процент һәм 10 млн һум.

Ике бала менән-8 процент һәм 8 млн һум.

7 йәшкә тиклемге бер бала булған ғаилә 10 процент менән һәм 6 млн һум алыуы мөмкин.

Әгәр ипотека шәхси өй төҙөүгә алына икән, балалар һанына һәм төбәккә ҡарамай, 6 процент ставкаһы менән бирелә.

Ғаилә ипотекаһының максималь ваҡыты - 15 йыл.

     Әйткәндәй, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа, “Рәсәй федерацияһы граждандарын арзан һәм уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт программаһы (государственная программа РФ «Обеспечение доступным и комфортным жильем и коммунальными услугами граждан Российской Федерации») нигеҙ булып тора. Уның маҡсаттары, 2030 йылға тиклемге:

торлаҡ менән тәьмин ителештең артыуы — бер кешегә 33 квадрат метрҙан кәм түгел;

торлаҡ фондын 2019 йыл менән сағыштырғанда 20 процентҡа яңыртыу;

йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ өлөшөн кәметеү.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас