

Был яңылыҡ «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектының (национальный проект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») бер өлөшө булып тора.
Хәҙер урындағы мәктәп уҡыусылары «Биотехнология һәм аҙыҡ-түлек етештереү» йүнәлеше буйынса тәрән белем аласаҡ. Класты йыһазландырыу өсөн 4,6 миллион һум самаһы аҡса бүленгән, уның 90 проценты — дәүләт ярҙамы.
Тантаналы асылыу сараһында ҡатнашҡан Башҡортостандың Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов билдәләүенсә, Шиңгәккүл мәктәбе был проект өсөн осраҡлы һайланмаған. Бында уҡыусыларҙың аграр өлкәгә ҡыҙыҡһыныуы һәр ваҡыт юғары булған, күптәре артабан Башҡорт дәүләт аграр университетына юллана.
«Агрокласта уҡыу — ул тик ауыл хужалығына ғына бәйле түгел, был тәү сиратта киң ҡарашлы булыу, заманса технологияларҙы, шул иҫәптән цифрлаштырыу һәм яһалма интеллектты өйрәнеү», — тине министр урынбаҫары.
Проектҡа ҙур ярҙам күрһәткән «Таврос» компанияһы вәкиле Ләлә Дәүләтбаева ла балаларҙың киләсәгенә ышаныс белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, төп маҡсат — йәштәргә ауыл хужалығының бөгөнгө көндә ни тиклем алға киткәнен күрһәтеү һәм уларҙы тыуған ерендә ҡалырға, ошо өлкәлә үҫергә дәртләндереү.
Был аҙым, һис шикһеҙ, ауыл ерендә кадрҙар резервын булдырыуға һәм йәштәрҙең заманса һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныуын арттырыуға ҙур этәргес бирәсәк.