

Ушаков һүҙҙәренсә, телефон аша һөйләшеүҙәр, шулай уҡ килгән яҙма ҡотлауҙар тураһында мәғлүмәт сайтта баҫыласаҡ.
"Күп һанлы яҙма ҡотлауҙар килде, шул иҫәптән Ҡытай Халыҡ республикаһы рәйесе Си Цзиньпиндан», — тигән Президент ярҙамсыһы.
Матбуғат секретары Дмитрий Песковта бынан алда, Владимир Путиндың 7 октябрҙә тыуған көнөндә телефон аша һөйләшеүҙәр серияһын үткәрәсәген һәм башҡа сараларҙа ҡатнашасағын белдергәйне.
7 октябрҙә Владимир Путинға 74 йәш булды.