

Был хаҡта ведомство башлығы Антон Котяков Сочиҙа үткән Хеҙмәтте һаҡлау аҙналығында белдерҙе.
Түләүҙәр нисек үҙгәрә?
Был үҙгәрештәр илебеҙҙең 37,5 миллиондан ашыу пенсионерына ҡағыласаҡ.
Башҡа социаль түләүҙәр ҙә арта
Февраль башынан пенсиялар менән бер рәттән 40-тан ашыу төрлө социаль пособие ла индексацияланасаҡ. Йәшәү минимумы күләме лә реаль инфляция кимәленә ярашлы күтәреләсәк, тимәк, уға бәйле түләүҙәр ҙә артасаҡ.
Әсәлек капиталы ла арта
Шулай уҡ ғаиләләр өсөн дә яҡшы хәбәр бар: әсәлек капиталы күләме лә үҙгәрә. Беренсе бала өсөн түләү 778 мең һумға тиклем етһә, икенсе балаға бирелә торған ярҙам күләме (әгәр ғаилә уны элек алмаған булһа) миллион һумдан ашып китәсәк.
Ҡыҫҡаһы, киләһе йылда социаль өлкәлә байтаҡ ҡына түләүҙәрҙең артыуы көтөлә.