Йәмғиәт
9 Октября , 09:08

Владимир Путин Төркмәнстанға килде

Рәсәй Президенты Владимир Путин эш сәфәре менән Төркмәнстанға килде, унда БДБ дәүләттәре башлыҡтары Советы ултырышында һәм Каспий экологик саммитында ҡатнашасаҡ.  #ВладимирПутин

Добавить в предпочтительные источники Google
Владимир Путин Төркмәнстанға килдеВладимир Путин Төркмәнстанға килде
Владимир Путин Төркмәнстанға килде

Был саралар Төркмәнстандың «Аваза» милли туристик зонаһында үтә.

БДБ дәүләттәре башлыҡтары Советы ултырышында лидерҙар ағымдағы йылда билдәләнгән Берләшмә ойошторолоуҙың 35 йыллығына бәйле ҡатнашыусы илдәрҙең үҙ-ара эш итеүенә йомғаҡ яһаясаҡ, артабанғы  эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләйәсәк, көнүҙәк Халыҡ-ара һәм төбәк проблемалары буйынса фекер алышасаҡ.

Хоҡуҡ һаҡлау, мәҙәни-гуманитар һәм мәғлүмәт өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә, шулай уҡ БДБ илдәренең тышҡы сәйәси координацияһын нығытыуға йүнәлтелгән документтар ҡабул итеү планлаштырыла.

Каспий экологик саммиты барышында Рәсәй, Әзербайжан, Иран, Ҡаҙағстан һәм Төркмәнстан президенттары Каспий буйы илдәренең тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендәге хеҙмәттәшлегенең практик мәсьәләләрен, шул иҫәптән Каспийҙың һайығыуын булдырмау һәм уның биоресурстарын һаҡлау буйынса сараларҙы ҡараясаҡ.

Төркмәнстанда Владимир Путин бер нисә ике яҡлы осрашыу үткәрәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас