Йәмғиәт
14 Октября , 07:01

Үҙ-ара ышаныс – үҫештең нигеҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Эшлекле Рәсәй» ойошмаһы рәйесе Алексей Репик менән осрашыуҙа мөһим бер фекергә баҫым яһап билдәләне: илебеҙҙең эшҡыуарҙары үҙҙәрен яҡлаулы һәм хәүефһеҙ тойорға тейеш.   #ВладимирПутин

Добавить в предпочтительные источники Google
Үҙ-ара ышаныс – үҫештең нигеҙеҮҙ-ара ышаныс – үҫештең нигеҙе
Үҙ-ара ышаныс – үҫештең нигеҙе

Дәүләттең төп бурысы – бизнесҡа ҡамасауламау ғына түгел, ә уның мәнфәғәттәрен әүҙем яҡлау.
Бөгөнгө ҡатмарлы заманда иҡтисад алдында яңы һынауҙар килеп тыуа. Ошо шарттарҙа эшҡыуарҙарға нисек ярҙам итергә, уларҙың эшен нисек еңеләйтергә – бына ошо мәсьәләләр хәҙер властарҙың иғтибар үҙәгендә.
Владимир Путин инвестиция мөхитен «мәңгелек тема» тип атауы ла осраҡлы түгел. Сөнки иҡтисади тормош бер урында тормай: яңы шарттар, яңы ҡаршылыҡтар һәм үҙгәрештәр даими булып тора. Шуға күрә дәүләт менән бизнес араһындағы диалог бер ваҡытта ла туҡталырға тейеш түгел.
Төп маҡсат – эшҡыуарҙарға иртәгәһе көнгә ышаныс биреү. Тик шунда ғына ил иҡтисады нығына, ә бизнес үҙенең потенциалын тулыһынса аса аласаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас