Ташбулат ауылында йәшәүсе Гөлнара һәм Ринат Камаловтар ул-ҡыҙҙарын һөйөү-хәстәргә сорнап, мөхәббәтле, ҡотло мөхиттә үҫтерә. Ата һәм әсә ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап, балаларына лайыҡлы тәрбиә, белем биреү өсөн бар тырышлығын һала.
Гөлнара Тамъян ҡыҙы Ташбулат ауылының моделле китапханаһында эшләй. Эшенә мөкиббән ғашиҡ китапханасы икәнлеген дә, мәҙәни сараларҙа, төрлө конкурс-бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашыусы, алып барыусы булараҡ та яҡшы беләбеҙ.
— Айыуһаҙы ауылы ҡыҙымын, олатай менән өләсәй ҡулында үҫтем. Өләсәйем тик әйтем-мәҡәлдәр менән генә һөйләште, шуға мин дә шулай кәрәк икән тип уйлай торғайным. Бәләкәйҙән китап уҡырға яраттым, — тип үҙе менән таныштырҙы Гөлнара. — Ташбулат урта мәктәбен тамамлағас, БДУ-ның башҡорт филологияһы факультетына уҡырға индем. Артабан китапханала эшләй башлағас, БДПУ-ла белемемде камиллаштырҙым.
Гөлнара буласаҡ тормош иптәше, Рысҡужа ауылы егете Ринат Зиннәт улы менән һабан туйында таныша. Бер күреүҙән бер-береһен оҡшатҡан йәштәр дуҫлашып йөрөйҙәр. Һәм 2008 йылда ике йәш йөрәк ғүмер юлын бергә үтергә ҡарар итә. Йәшәү өсөн Ташбулат ауылын һайлайҙар. Ғаилә башлығы «Юность» ял йортонда, һуңынан «Ә. Мортазин» КФХ-һында эшләй. Бәхеттәрен ишәйтеп, бер-бер артлы балалары донъяға килә.
— Үҙем яңғыҙ үҫтем, шуға ла ҡусты-һеңлеләре менән уйнаған тиҫтерҙәремә көнләшеп ҡарай инем. Ҙур ғаилә тураһында хыялланмаһам да, Хоҙай шулай ҡушты. Алты бала — алты бәхетем, — ти Гөлнара Тамъян ҡыҙы.
Камаловтар тау буйында, матур урынға ҙур итеп йорт һала башлай. Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй «Ауыл ерен комплекслы үҫтереү» программаһында ҡатнашып, сертификат алалар. Дәүләт ярҙамы менән яңы йортто төҙөп бөтөп, 2023 йылда күркәм, зауыҡлы ике ҡатлы өйгә күсеп сығалар. Ринат Зиннәт улы булдыҡлы хужа булараҡ барыһын да үҙ ҡулдары менән эшләгән. Ҡупшы, сынъяһау донъялары әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Атай кеше йорт тирәһендә, баҡсала эшләп, төҙөкләндереп, улдарын эшкә, үҙе белгән һөнәрҙәргә өйрәтә. Әсәһе ҡыҙҙары менән бергәләп төрлө аш-һыу әҙерләргә, гөлдәр үҫтерергә ярата. Йәйгеһен күмәкләп бәшмәк, еләк йыйырға йөрөйҙәр, уны һатып аҡсаға әйләндерәләр. Бөтә эште бергәләп башҡаралар. Берҙәм ғаилә әүҙем тормош алып бара, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнаша, ауылда, биләмәлә уҙған бер сара-конкурстан да ситтә ҡалмайҙар. Район, ауыл хакимиәтенән төрлө маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгәндәр. 2020 йылда Гөлнара Тамъян ҡыҙы «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән.
Балалар — был татыу, өлгөлө ғаиләнең ғорурлығы. Өлкән ҡыҙҙары Фәриҙә бәләкәй сағынан «Мин балерина булам» тип хыяллана. Ата-әсәгә был буй етмәҫтәй хыял булып тойола, бейеү студияларында шөғөлләнмәгән ҡыҙ нисек балерина булһын тип Фәриҙәнең теләгенә етди ҡарамайҙар. Ә инде маҡсатлы, ныҡыш ҡыҙҙың Өфөлә билдәле Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжына уҡырға инеүе үҙе бер мөғжизә була. Ҡала балалары араһында ҡатмарлы имтихандарҙы лайыҡлы тапшыра, «Хан ҡыҙы» бейеүе менән ҡабул итеү комиссияһын әсир итә. Һигеҙ йыл уҡып, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, «Балет артисы», «Классик бейеүҙәр педагогы» дипломын ала. Уҙған йыл уҡыу йортон тамамлаған Фәриҙә кейәүгә сығып, Асҡар сәнғәт мәктәбендә һөнәре буйынса эш башлаған. Нурия Ташбулат урта мәктәбендә 8-се класта уҡый, нәзәкәтле ҡыҙ апайы кеүек бейеү донъяһына ғашиҡ. «Йәйғор» өлгөлө бейеүҙәр ансамблендә бейей. Тик бишкә уҡыған Нурия нәфис һүҙ оҫтаһы ла. Уҙған йылда «Минең Мостай» район конкурсында беренсе урын яулаған. Ҡыҙ журналистика буйынса белем алырға, артабан полицияның матбуғат хеҙмәтендә эшләргә теләй. Улдары Ильяс 7-се класты тамамлаясаҡ. Аҡыллы, уйсан егеткә математика, инглиз теле һәм физкультура дәрестәре оҡшай. Ата-әсәһенең йорт-хужалыҡтағы төп ярҙамсылары, өләсәһенә барып йомоштарын үтәп килергә лә өлгөрә. Руфина 5-се класта уҡый, бик матур итеп шиғыр һөйләй, китап уҡырға ярата. Иркә ҡыҙ Рушана беренсе класта. Кинйә улдары Алмас балалар баҡсаһына йөрөй, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан КУДО секцияһында шөғөлләнә. Әйткәндәй, Нурия менән Ильяс әсәләре менән бергәләп ураҙа тоталар. Бына шундай иманлы, тәүфиҡлы балалар үҫә был һоҡланғыс ғаиләлә. Ололарҙы ололау, кеселәрҙе кеселәү, ярҙамсыл, шәфҡәтле, бер-береңә иғтибарлы булыу — ата менән әсәнең төп ҡанундары. Өлкәндәр өлгөһөндә ул-ҡыҙҙары ла бер-береһе өсөн өҙөлөп тора.
— Киләсәктә ғаиләбеҙ менән бәхеттә, имен тормошта йәшәү, балаларҙы уҡытып кеше итеү, уларға дөрөҫ тәрбиә биреү, уңыштарына ҡыуанып йәшәү насип булһын тигән теләктә ҡалабыҙ, — ти бәхетле ата-әсә.
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була, тиҙәр бит. Уңған, ипле, изге күңелле ата-әсәйҙең балалары үҙҙәренә оҡшап тырыш, итәғәтле булып үҫер.
Динара САФИУЛЛИНА.