Бөтә яңылыҡтар

70 йыл бергә!

Бәрәкәтле туй тиҙәр парҙарҙың бергә ғүмер итеүенең 70 йыллығын. Ошо йылдар эсендә бер-береһенә тоғролоҡ һаҡлап, үҙҙәренең тырышлығы, көсө менән именлектә, татыулыҡта ғүмер кисереп, мул тормошҡа өлгәшә алғанға ла был дата шулай аталалыр. Амангилде ауылынан Зөлхизә Шәйәхмәт ҡыҙы менән Мәсғүт Муса ул

Ғаилә башлығы Мәсғүт Муса улы 1930 йылдын 22 сентябрендә Ҡырҙас ауылында ғүмер кисергән Муса Мусиндың ғаиләһендә донъяға ауаз һала. Ғаиләлә төпсөк малай булған Мәсғүткә Мусин фамилияһы түгел, ә Сафа олатаһының исемен һаҡлап ҡалыу өсөн Сафин фамилияһы бирелә. Һәм тик ул ғына ғаиләлә Сафин фамилияһын йөрөтә. 
Мәсғүттең бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Бәләкәйҙән  колхозда эшләргә тура килә. Тиҫтерҙәре менән үгеҙ егеп, ер һөрә, бесән саба, мал ҡарай. Бынан тыш, был йортта ла төп көс була, утынын ташырға, малын ҡарарға, ашарға табырға ла кәрәк. Аҙыҡ наҡыҫ булғас, Ирәндек буйында һарына, ҡуҙғалаҡ кеүек ашарға яраҡлы төрлө үлән, емеш-еләк йыйырға йөрөйҙәр.
Ҡырҙас ауылында ете класты тамамлағас, Темәс педагогия училищеһында уҡый  Мәсғүт. Диплом алғандан һуң ил һағына баҫҡан егет изге бурысын Әзербайжанда үтәп, сержант званиеһында ҡайтып төшә. 
Таҡһыр, Ҡолоҡас мәктәптәрендә эшләп, Байым мәктәбенә уҡытырға килгәнендә, Иҫке Балапан ауылы ҡыҙы Зөлхизә менән таныша, йәштәр дуҫлашып китәләр. Әммә Зөлхизәнең әсәһе Йәмилә әбей ҡыҙын алыҫҡа ебәргеһе килмәй һәм Мәсғүткә: «Ҡырҙас ауылы, ҡырҙа йөрө» тип шаярта. Тик бер-береһенә тәү күреүҙән ғашиҡ булған ике йәш йөрәк ҡаршылыҡтарға ҡарамай, бергә ҡушыла – шулай итеп, бынан теүәл 70 йыл элек, 1955 йылдын июнь айында улар ғаилә ҡоралар. 
Күп тә үтмәй район халыҡ мәғарифы бүлеге бойороғо менән Мәсғүт Муса улын Ҡолғана ауылына мәктәп директоры итеп ебәрәләр. Өйләнгән ваҡытында Мәсғүттең төп байлығы булған велосипедҡа китаптарын тейәп, алыҫ юлға сыға Сафиндар. Йәш ғаилә Ҡолғана ауылында матур йәшәп китәләр. Дәрте ташып торған етәксе Ҡолғанала яңы мәктәп һалдыртыуға өлгәшә, үҙенә лә йорт күтәрә. Үҙ итеп ҡабул иткән йәш ғаиләгә ауыл халҡы өйҙәрен төҙөүҙә өмәләп ярҙам итә.  
Мәсғүт Муса улы ауыл халҡына йәшелсә үҫтерергә өйрәтә, төрлө ғаризалар, справкалар яҙҙырыу өсөн дә ҡолғаналар директорға мөрәжәғәт итә. Халыҡтың, тотош ауылдың төрлө мәсьәләләрен хәл итеү өсөн мәктәп етәксеһе Хәмит ауыл Советына һәм район үҙәгенә йыш йөрөй. 
Ауылда беренсе булып ИЖ мотоциклы, радио һатып алыусы ла Мәсғүт Муса улы була. Кистәрен ауыл халҡы радио тыңлар өсөн Сафиндар йортона йыйылыр булған. 
Үҙ бурысын намыҫлы үтәгән мәктәп директорын партия сафына ҡабул итәләр. Ә 1967 йылда инде М. Сафинды Амангилдегә партия эшенә күсерәләр, ул «Заветы Ильича» колхозының урман-тау төбәгендә партия ойошмаһы секретары вазифаһына тәғәйенләнә.        
Шулай итеп, биш балаһы менән ирле-ҡатынлы Сафиндар Амангилде ауылына килеп төпләнә, бында ғаилә башлығына яңынан йорт күтәрергә кәрәк була. Ғаиләгә бәхет-шатлыҡ өҫтәп, кинйә улдары Даян тыуа.
Күпмелер ваҡыт партком вазифаһын башҡарғандан һуң, Мәсғүт Муса улы үҙенең яратҡан эшенә  кире ҡайта. Амангилде урта мәктәбендә балаларға хеҙмәт, биология, тәбиғәтте өйрәнеү фәндәренән белем бирә. Тәжрибәле, абруйлы уҡытыусы оҙаҡ йылдар мәктәптең партия ойошмаһын етәкләй, ауылдағы иптәштәр суды рәйесе була. Биология фәненән уҡытҡас, мәктәп яны баҡсаһы ла Мәсғүт Муса улына беркетелә. Талапсан уҡытыусы бында ла һынатмай: уҡыусылары менән йыл да йәшелсә-емештән мул уңыш алыуға өлгәшә. Мәктәп баҡсаһы иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә төрлө төҫтәге шау сәскәгә күмелеп,  күҙҙең яуын алып тора. Был тәңгәлдә район мәктәптәре араһында барған ярыштарҙа ла һәр  саҡ беренсе урынды биләй амангилделәр.
Ҡатыны Зөлхизә балаларын тәрбиәләй, бөтмәҫ-төкәнмәҫ йорт эше мәшәҡәттәре менән мәшғүл була. Балалар бер аҙ ҙурая төшкәс, колхозға эшкә сыға: ырҙын табағында иген таҙарта, фермала һыйыр һауа. Тырыш, уңған ҡатынды бер аҙҙан колхоз ашханаһына мөдир итеп ҡуялар. Ут яғып, көйәнтәләп һыу ташып, йөҙләгән игенсене ашатыу еңел булмай, әлбиттә. Шуға ҡарамаҫтан бында ул хаҡлы ялға киткәнсе эшләй. Ул ваҡыттарҙа колхозға ҡыҙыу эштәрҙә ярҙам итеүгә сит яҡтарҙан командировкаға йыш киләләр, улар изге күңелле, алсаҡ Зөлхизә апайҙы «Зоя», «Зоя апай» тип йөрөтә.
Ул йылдарҙа алты баланы тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтырыу еңел булмай, әлбиттә. Ирле-ҡатынлы Сафиндар ҡыҙ-улдарын уҡытыуға бар тырышлығын, көсөн һала. Алтын ҡуллы Мәсғүт Муса улына тәҙрә рамдарына, өҫтәл-ултырғыстарға заказдар килеп кенә торған. Бер аҙҙан  бал ҡорто тота башлай ғаилә башлығы. Зөлхизә апай һатыуға шәлдәр бәйләгән.
Ата менән әсә ҡыҙ-улдарына үҙ өлгөләрендә  матур тәрбиә биреп, эшһөйәр итеп үҫтерә. Һәм әйтергә кәрәк, һалынған тырышлыҡ бушҡа китмәгән: балаларының һәм  ейәндәренең бөтәһе лә юғары белемле, тормошта үҙ урындарын тапҡандар, һәр ҡайһыһы һайлаған һөнәре буйынса төрлө тармаҡтарҙа уңышлы эшләп йөрөй. 
Ғаиләлә иң ҙуры булған улдары Сәғит атаһының юлын дауам итеп, Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлағас, Мәсетле ҡыҙы Сәғиҙә менән районға эшкә икәүләп ҡайталар. Йәш педагогтар хеҙмәт юлын Ҡырҙас мәктәбендә башлайҙар, бер аҙҙан Сәғит Мәсғүт улын Һамар ауылына мәктәп директоры итеп ебәрәләр. Күп тә үтмәй, алдынғы ҡарашлы С. Сафинға район мәғариф бүлеген етәкләүҙе ышанып тапшыралар. «Халыҡ мәғарифы отличнигы» исемен йөрөткән Сәғит Мәсғүт улы ситтән тороп юғары юридик белем ала. Дипломлы юрист район судында судья, артабан Өфөнөң Орджоникидзе районы судында судья булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.  Бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, уларға юғары белем алырға ярҙам итеп, үҙ аллы тормош юлына сығарҙылар.
Фәрит медицина өлкәһен һайлай. Медицина институтын тамамлағас, ул да районға эшкә ҡайта. Асҡар, Буранғол, Ташбулат дауаханаларында эшләй. Магнитогорск металлургия комбинатының дауаханаһында эшләп, коллегалары, халыҡ араһында оло абруй ҡаҙана. Тик уның ғүмере фажиғәле өҙөлә: 33 йәшендә аварияла үлеп ҡала. Өфө ҡыҙы Римма менән ике улға ғүмер бирәләр,  бөгөнгө көндә Руслан Белорет ҡалаһында прокурор урынбаҫары, Рөстәм Кипрҙа программист.
Бәләкәйҙән спорт менән дуҫ булған Фәнил мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инә. Юғары белем алыу теләге уны артабан Башҡортостан дәүләт университетына алып килә, юриспруденция факультетын тамамлаған йәш белгес, район халыҡ судында судья булып эш башлай. Булдыҡлы, үҙ эшен яҡшы белгән Фәнил Мәсғүт улын республика юстиция министрлығына министр итеп тәғәйенләйҙәр. Республика Арбитраж судында рәйес булып та эшләй. Юридик фәндәр кандидатының тырыш хеҙмәте «Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы» исеме менән билдәләнде. Хаҡлы ялда булған Фәнил Мәсғүт улы бөгөн уҡыу йорттарында студенттарға юридик белем биреүҙә тырышып хеҙмәт итә. Ҡатыны Фирүзә менән ике ул үҫтерҙеләр, улдары атай юлынан китеп, юғары юридик белем алып, ошо йүнәлештә хеҙмәт  итәләр.
Хәлил ауыл хужалығы өлкәһен үҙ итте. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын ҡыҙыл дипломға тамамлағас, «Урал» совхозында, ВЛКСМ-дың район комитетында эшләй, «Әбйәлил» тәжрибә-производство хужалығында директор була. Мәскәүҙә аспирантура тамамлап, кандидатлык диссертацияһы яҡлай. БР Ауыл хужалығы министрлығында, аграр университетта эшләй. Докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, профессор дәрәжәһен ала. Яҡташыбыҙҙың фән өлкәһендәге ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып, уны Башҡортостан Фәндәр академияһына академик итеп һайланылар. Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре исемен йөрөткән, Салауат Юлаев ордены кавалеры Хәлил Мәсғүт улы  — дүрт бала атаһы. Ҡатыны Лилиә менән Өфөлә йәшәйҙәр. Бөгөн Хәлил Мәсғүт улы республикала билдәле фән эшмәкәре, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор. 
Финанс һәм бухгалтерия өлкәһен һайлаған ҡыҙҙары Венера Асҡарҙа төрлө учреждения-ойошмаларҙа бухгалтер, баш бухгалтер булып эшләне. Өфөлә «БашГаз» өлкәһендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Нефть-техник университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған уның ҡыҙы Гөлиә лә башҡалала эшләй. 
Кинйә улдары Даян Башҡорт ауыл хужалығы институтының урман хужалығы факультетын тамамлағандан һуң, район үҙәгендә төрлө учрежденияларҙа эшләй. Ситтән тороп уҡып, энергетик һөнәрен алған Даян Мәсғүт улы оҙаҡ йылдар район электр селтәрҙәрендә етәксе. Бер нисә саҡырылыш район Советына депутат итеп һайланған Д. М. Сафин «Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы» исеменә лайыҡ. Класташы Гөлсәсәк менән ғаилә ҡороп, бер ҡыҙ һәм бер ул үҫтереп, уларға тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам иттеләр. 
Даян менән Гөлсәсәк – оло Сафиндарҙың төп терәге. Бөгөн үҙҙәре генә йәшәгән Мәсғүт Муса улы менән Зөлхизә Шәйәхмәт ҡыҙы янына көн дә тиерлек барып, ата-әсәнең хәлен белешеп, ярҙам итеп торалар. 
Әлбиттә, бындай әһәмиәтле һәм күркәм датаны билдәләү бик һирәк парҙар өлөшөнә генә төшкән бәхет. 70 йыл буйы  бер-береһен һаҡлап-ҡәҙерләп, мөхәббәттә һәм татыулыҡта тиң-тигеҙ ғүмер иткән Мәсғүт ағай менән Зөлхизә апай Сафиндарға ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел көрлөгө теләйбеҙ. Балаларығыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә кәрәк һәм терәк булып, тағы ла бик күп бәхетле мәлдәр кисерергә яҙһын! 

Р. ДАУЫТОВА.
Фото ғаилә архивынан. 

Читайте нас