Күп балалы ғаиләләр Советтары ойошторола

Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылын үткәреү планы 115 сараны үҙ эсенә ала. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Күп балалы ғаиләләр Советтары ойошторолаКүп балалы ғаиләләр Советтары ойошторола
Күп балалы ғаиләләр Советтары ойошторола

Бөтә саралар тематик бүлектәр буйынса төҙөлгән. Был ойоштороу мәсьәләләре, мәғлүмәт-ағартыу эше, ғаиләләр өсөн инфраструктураны үҫтереү һәм ғаилә бәйләнештәрен нығытыу, балаларҙы тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн ғаиләләрҙе дәртләндереү, шулай уҡ һауыҡтырыу һәм спорт-масса ваҡиғалары буйынса сараларҙы берләштерә.

Әйткәндәй, Башҡортостанда 74 меңдән ашыу күп балалы ғаилә йәшәй. Уларҙа 250 мең самаһы бала тәрбиәләнә. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында алдынғы һәм илдә етенсе урынды биләй.

- Беҙҙең бурыс – һәр ғаилә хәстәрлек күрһәтеүҙе тағы ла нығыраҡ тойһон, ә йәштәр үҙ ғәиләһен булдырырға һәм балалар үҫтереүгә ынтылһын, - ти республика Хөкүмәте вице-премьеры Спорт министры Руслан Хәбибов. Бынан тыш, ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Улар иҫәбендә - Ғаилә-демография форумын, «Йыл ғаиләһе» Бөтә рәсәй конкурсының республика этабын уҙғарыу, муниципалитет хакимиәттәре ҡарамағында күп балалы ғаиләләр Советтарын булдырыу.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас