Геройҙар беҙҙең арала

Күптән түгел үткән «Әбйәлил йыуасаһы» район сараһында һәр ауыл биәләмәһенән ул-ҡыҙҙарына лайыҡлы тәрбиә биргән күп балалы, һәр яҡтан уңған, өлгөлө берәр ғаилә ҡатнашты. Рауил ауыл биләмәһе данын был сарала Вәлиевтар яҡланы. Яҡындары менән байрамға ҡыҫҡа ваҡытлы отпускаға ҡайтҡан МХО яугире Азамат Рифат улы ла үҙенең ғаиләһе менән килде. Вәлиевтар Ҙур һәм татыу ғаилә һәм Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналған сарала байрамдың положениеһына ярашлы сыуаш милләтен сағылдырҙылар.

Геройҙар беҙҙең аралаГеройҙар беҙҙең арала
Геройҙар беҙҙең арала

Ишҡол ауылында тыуып-үҫкән Альбина менән Рифат Вәлиевтарҙың татыу ғаиләһендә бер-бер артлы алты бала донъяға ауаз һала.
Ғаиләлә икенсе булған Азамат туғыҙынсы кластан һуң, Магнитогорск ҡалаһында иретеп-йәбештереүсе һөнәрен алыу менән хәрби хеҙмәткә юллана. Хеҙмәт итеү осоронда Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, хеҙмәтен дауам итә.
— Йәне теләгән йылан ите ашаған, тигәндәй, контракт төҙөргә булғас, ул мәлдә донъялар ҙа тыныс торғас, ҡаршы төшмәнек. 2022 йылдың ғинуарында Азамат Украина тарафтарына хәрби командировкаға юлланды. Күп тә үтмәй махсус хәрби операция башланды, хәрби кеше булараҡ, әлбиттә, ул хеҙмәтен МХО зонаһында дауам итте. Уҙған йылдың август айында Луганск госпиталенә эләкте, операция яһанылар. Әле Һамарҙа хеҙмәт итә, унда тағы операция көтөлә, — тип һөйләне яугирҙең әсәһе Альбина Мөхәмәтғәле ҡыҙы.
Чечен һуғышы һынауҙарын үткән хәрби хәрәкәттәр ветераны булған ғаилә башлығы Рифат Вәлиев улы махсус хәрби операция зонаһында неонацизмға ҡаршы көрәшкәндә, ситтә ҡалырға теләмәй. Ватанға ауыр ваҡытта илде бергә яҡлау өсөн улы артынан үҙ теләге менән МХО зонаһына юллана.
— Тормош иптәшем Рифат хәрби хеҙмәткә алынғас, Һарытау ҡалаһында учебкала була. Бер мәл һалдаттарҙы Грозныйға ташлайҙар. Шулай итеп, тәүге Чечен һуғышында ҡатнашып, хәрби хәрәкәттәр ветераны булып ҡайтты әрменән. Аяғында пуля ярсығы бар ине, уны һуңынан Өфө госпиталендә алдырҙы. Украина тарафтарында сыуалыштар башланғас: «Һәр ир-егет Тыуған илен яҡларға, уны яратырға һәм яҡларға әҙер булырға тейеш. Мин Ватанымды, ғаиләмде яҡлау өсөн, балаларымдың киләсәге тыныс, бәхетле булһын өсөн МХО-ға барырға тейешмен», тип контракт төҙөнө. Һәр саҡ шылтыратып, хәбәрләшеп торҙоҡ. «Алғы һыҙыҡҡа инәбеҙ», тип видео аша һөйләшеүебеҙ һуңғыһы булды... — ти күҙ йәштәренә мансылып яугир ҡатыны һәм әсәһе.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаты алыштарҙың береһендә ғаилә башлығы Рифат Хәмиҙулла улы Ватанға тоғролоҡ өлгөһө күрһәтеп, батырҙарса һәләк була. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың батырлығы яҡындарының ғына түгел, бөтә халыҡтың хәтерендә буласаҡ.
Бөгөн Альбина Мөхәмәтғәле ҡыҙы бар ҡайғы-хәсрәтен балаларына, ейәнсәренә баҫып, уларҙың киләсәге өсөн тырышып донъяһын көтә, балаларына һәр яҡлап терәк-таяныс булып ғүмер кисерә. Балалары ла әсә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, тырышып эшләйҙәр, яҡшы билдәләргә генә уҡыйҙар.
Ғаиләлә иң өлкәне булған Регина Магнитогорск педагогия колледжын тамамлағандан һуң, Электросталь ҡалаһында төпләнгән, шунда эшләй. Гүзәлдең хеҙмәт юлы Долгопрудный ҡалаһында башланған. Алтынай туғыҙынсы класты тамамлап, әле Өфө автотранспорт колледжында һөнәр эстәй. Уралия Ишҡол мәктәбенең һигеҙенсе класында уҡыһа, кинйәкәйҙәре Рәлиә быйыл беренсе класты тамамлай.
Азамат өйләнгән, яугирҙең ялға ҡайтыуын ҡатыны Альбина менән өс йәшлек ҡыҙы Амелия һағынып көтөп ала.
— Беҙҙе өйҙә «геройҙар» тип атайҙар, ә ул — беҙҙең өсөн ҙур, яуаплы эш. Беҙ ил алдындағы бурысыбыҙҙы үтәйбеҙ, — тине тыйнаҡ ҡына ғүмерен Ватанды һаҡлауға бағышлаған Азамат Рифат улы.
Геройҙар, ысынлап та, беҙҙең арабыҙҙа йәшәй. Батыр яугирҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ һәм уларҙың иҫән-һау Еңеү менән ҡайтыуҙарын көтәбеҙ.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас