Балалары менән бәхетлеләр!

Урамдарҙа етәкләшеп йөрөгән йәштәр түгел, тормош юлын ҡулға-ҡул тотоноп уҙған һәм ғүмер үренә парлы булып килеп еткән өлкәндәр һоҡландыра. Йәшлектә мөхәббәт тигән бөйөк төшөнсәгә һәр ваҡыт урын бар ул, ә бына оло йәшкәсә парлы ҡалыу өсөн һөйөүҙән башҡа бер-береңде хөрмәтләү һәм ҡәҙер итеү ҙә мөһимдер.

Балалары менән бәхетлеләр!Балалары менән бәхетлеләр!
Балалары менән бәхетлеләр!

Ир менән ҡатын, бала менән ата-әсә араһындағы йылы мөнәсәбәт бөркөлә был ғаиләнән. Төрлө ҡатмарлы хәлдәргә бирешмәй, ғаиләһен бөтөн, бәхетле, мөхәббәтле итеп ҡороу өсөн ҡул көсөн һәм күңел ҡеүәтен һалғандарҙың береһе – Дәүләт ауылында йәшәүсе Маһира һәм Әмирхан Шәһимәрҙәновтар. Тап бөгөнгөләй  алмағастар күкрәп сәскә атҡан, тәбиғәт йәшеллеккә күмелгән мәлдә табышып ҡауыша улар. Бөгөн иһә егет менән ҡыҙҙай йүгереп йөрөгән, ихата эсендә өй эштәрен етеҙ башҡарған Шаһимәрҙәновтарҙың уртаҡ тормош ҡороуҙарына ошо арала 60 йыл тулыуына ышанырлыҡ та түгел.

– Беҙ бала саҡтан хеҙмәттә үҫтек. Бөгөн дә хәрәкәттә – бәрәкәт тип ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ, - ти ғаилә башлығы.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙың ауырлығын ул үҙ иңендә күтәрә, ололарҙың ҡул араһына инеп, көстәре еткән бөтә эште башҡара Әмирхан Әхмәтғәни улы. Байым, Ташбулат мәктәптәрендә белем ала, йүгереү, саңғы спорты буйынса алдынғы урындарҙы биләй. Әрме сафына алына, Көнбайыш Украинала хеҙмәт итә. Һуңынан Өфөлә зоотехник һөнәрен үҙләштерә. Тап студент йылдарында осрата ла инде ул буласаҡ тормош иптәшен.

Маһира Хаммат ҡыҙы Ырымбур өлкәһенең Түлгән районы Мәҡсүт ауылынан. Ул да 10-сы кластан һуң ауыл хужалығы институтына уҡырға килә. 1966 йылда йәштәрҙең гөрләп туйҙары уҙа. Йәш ғаилә йүнәлтмә буйынса Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылына “Октябрьский” колхозына эшкә ебәрелә. Гөрләп торған колхозда икеһе лә баш зоотехник булып ихлас эш башлайҙар, әммә ғаилә башлығының әсәһе ҡапыл ғына ауырып китеү сәбәпле, улар Әбйәлилгә ҡайтырға мәжбүр була. Әмирхан Әхмәтғәни улы Шайморатов исемендәге колхозға эшкә урынлаша, ә Маһира Хаммат ҡыҙы Байым урта мәктәбендә балаларға биология фәненән белем бирә башлай. Ситтән тороп Силәбе педагогия институтына уҡырға инә.

1980 йылда Дәүләт ауылына күсеп киләләр. Ғаилә башлығы  XXII партсъезд исемендәге колхозында баш зоотехник, ә ҡатыны урындағы мәктәптә эшләй. Эшен яратып, бар һәләтен һалып башҡара ул, эҙләнә, дәрестәрен нисек тә ҡыҙыҡлыраҡ итеп үткәрергә тырыша, балалар менән уртаҡ тел таба.  Ирле-ҡатынлы ең һыҙғанып тырыш хеҙмәттәре менән район үҫешенә мул өлөш индерә. Ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә, уларҙың исеме һәр ваҡыт алдынғылар рәтен тулыландыра. Ауылда күркәм йорт һалып, күптәрҙе һоҡландырырлыҡ донъя төҙөп, өс улдарын аяҡҡа баҫтыралар. Шаһимәрҙәновтар ғаиләһе ауылда үткәрелгән һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Уларҙың ғаиләһе тырыш хеҙмәте һәм әүҙем булғаны өсөн бик күп дипломдарға, Маҡтау ҡағыҙҙарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ.

Маһира Хаммат ҡыҙы 25 йыл мәғариф өлкәһендә эшләгәндән һуң, ә Әмирхан Әхмәтғәни улы 44 йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сығалар. Бөгөнгө көндә ғаилә башлығы 89, ә ҡатыны 84-се йәш менән бара. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Маһира инәй менән Әмирхан апа ҡул ҡаушырып эшһеҙ ултырыуҙың ни икәнен белмәй, донъяларын сынъяһау итеп тота. Уларҙың өйҙәренә ҡасан барып инһәң дә, унда һәр саҡ таҙалыҡ һәм тәртип һаҡлана. Хужабикә гөлдәр ярата, өй эсендә лә, йәйҙәрен ҡапҡа төбөндә, ишек алдында, баҡсала күҙҙең яуын алып төрлө сәскәләр үҫә. Ә ғаилә башлығы ихата эсендәге көндәлек мәшәҡәттәр менән мәшғүл. Улар бөгөн дә мул итеп йәшелсә үҫтерә, емеш-еләктәре ишелеп уңа, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, яҙын-көҙөн һәм ҡышҡыһын скандинав таяҡтары менән йөрөйҙәр.

– Эш кешене физик яҡтан да, мораль яҡтан да нығыта. Кеше физик яҡтан үҙ өҫтөндә эшләй икән, ныҡ, көслө була. Һәр кем бәлиғ йәшенә еткәс, үҙенә маҡсат ҡуя белергә тейеш.  Мин әле йәшәйем, шуны-быны эшләйем тип маҡсат ҡуйып йәшәү мөһим. Маҡсатһыҙ кеше – ҡанатһыҙ ҡош тиҙәр, – ти Әмирхан Әхмәтғәни улы.

Ғүмерҙәрен намыҫлы хеҙмәткә бағышлаған яҡташтарыбыҙ бөгөн балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәй. Өлкән улдары Рамил хәрби юлын һайлай. Белорет ҡалаһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының начальнигы булып эшләп, подполковник дәрәжәһенә тиклем үрләй. Ләкин йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күсә. Йәмил һәм Рөстәм исемле улдары Асҡарҙа төпләнгәндәр, ғаилә бизнесын үҫтереүгә күп көс һалалар. Ғаиләләре менән татыу донъя көтәләр.

Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын, ти халыҡ. Маһира инәй ҙә тормош иптәшен хөрмәтләп, уның һәр башланғысын хуплап ҡына тора, уға ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Күп эште улар бергәләп башҡарырға өйрәнгән.

Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, мунса ташы иткән дә – ир, тигән һүҙҙәр ҙә урынһыҙ әйтелмәгән. “Ниндәй генә хәлдәр булмаһын, бер-береңә юл ҡуйып, хәләлеңдең әйткәнен тыңлап һәм аңлап тороу кәрәк. Шулай йәшәүе – үҙе ҙур бәхет”, – ти Әмирхан апа.

“60 йыл бергә бәхетле ғүмер итеүҙең сере нимәлә?” – тип һорайым мәҡәләм геройҙарынан.

  – Бер-береңде  хөрмәт итеп, ҡәҙер итеү иң мөһиме ул, балам! Мин минлегеңде бер аҙ тыйып,  кәңәш итеп йәшәргә кәрәк. Ҡайғы-шатлыҡтарҙы бергә кисергәндә генә бер-береңдең ҡәҙерен аңлайһың. Беҙҙең дә төрлө саҡтар булды, – тиҙәр улар.

Балалары менән бәхетле ҡартлыҡ кисерә Шаһимәрҙәновтар.

– Хәлебеҙҙе белеп, килеп-китеп торалар. Бөтә ваҡ-төйәк эштәрҙе уларҙың ярҙамы менән башҡарабыҙ. Балаларҙан, килендәрҙән уңдыҡ, шөкөр. Шуларҙың уңыштарына-ҡаҙаныштарына ҡыуанып йәшәп ятабыҙ, – тиҙәр улар бер һүҙҙән.

Кешене  бер күреүҙән белеп була, тиҙәр бит. Шаһимәрҙәновтар ғаиләһе лә тәү күреүҙән үк күңелгә ятты. Бер кемде лә яманлап һөйләмәҫ, уйҙары менән дә, ҡылған ғәмәлдәре менән дә яҡшы кешеләр икәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора. Бер бөтөн, бер йән булып ғүмер иткәнгәме, күңелдәренән дә тик изгелек кенә бөркөлгәндәй. Шуға ла ауылдаштары араһында ла абруйлы ғаилә булып иҫәпләнәләр. Улар әле лә етеҙлектәрен, һөйкөмлөлөктәрен юғалтмағандар. Ғүмерҙең бормалы һуҡмаҡтарына, ҡаршылыҡтарына бирешмәй, ҡартлыҡтарын тиң, имен ҡаршылаған Шаһимәрҙәновтар ғаиләһенә, балалары, яҡындары теләгәнсә, артабан да Хоҙай ныҡлы һаулыҡ, тигеҙ ғүмер насип итһен.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас