

Саф башҡорт ауылдарында ла балаларҙың урыҫлаша барыуы күҙәтелгән заманда Мөхтәровтар ғаиләһе айырым бер утрау кеүек. Тәүҙә балаларында туған телгә һөйөү уятыусы, милли рухта тәрбиәләүсе йәш ата-әсә тураһында һөйләгем килә. Миңзифа ла, Морат та тел белгестәре түгел, әммә илһөйәр һәм телһөйәр булыуҙары менән айырыла. Олатайҙарының нигеҙендә йорт һалып ауылда төпләнеүҙәре быға бер миҫал ғына. Хеҙмәт юлына аяҡ баҫҡанынан Асҡарҙа эшләгән ғаилә башлығы бер ҙә ауылынан ситтә нигеҙ ҡороу тураһында уйламаған. Ҙур ерҙә балалар үҫеше өсөн дә мөмкинлектәр асылыуы йәш ғаиләне үҙенә ымһындырмаған. Һөнәре буйынса математика уҡытыусы булған ҡатынға ла райүҙәктә һәр мәктәптә эш табылыр ине. Ләкин улар Хәлилдең патриоттары булып, һәр яҡтан өлгөлө тормоштары менән һоҡландырып, ғорурландырып һәм ауылдың демографик үҫешенә тос өлөш индереп йәшәүҙе – аҫабалыҡ рухына тоғро ҡалыуҙы һайлаған.
Мөхтәровтарҙың ғаилә ҡороуына оҙаҡламай туғыҙ йыл була. Мәктәпкә уҡытырға килгән Рысҡужа ауылы һылыуын Хәлил егете ҡулдан ысҡындырмай. Татыу ғаиләлә бөгөн һөйөү-иғтибарға ҡойоноп дүрт бала үҫә. Асия 1-се класты уңышлы тамамлаған, Алһыу менән Әминә балалар баҡсаһына йөрөй, Әмирханға – ике ай.
Йәш ата-әсә балаларҙың үҫеше өсөн күп тырышлыҡ һала. Федераль яза башҡарыу хеҙмәтендә инспектор вазифаһын башҡарған, ял көндәрендә шәхси машинаһында йөк ташыу менән мәшғүл атайҙары ғаиләне матди яҡтан тәьмин итһә, декрет ялында булған әсәйҙәре балалар менән шөғөлләнә. Асҡарға логопедҡа, төрлө ижади түңәрәктәргә йөрөтә. Асия менән Алһыу башта бал бейеүҙәре менән мауыҡһалар, яңыраҡ эстрада бейеүҙәрен өйрәнә башлағандар. Әсәйҙәре өлгөрә алмай китһә, олатай-өләсәйҙәр ярҙамға килә. Ишле ғаиләлә үҫкән балалар хеҙмәт тәрбиәһе лә ала, өй йыйыштырыу, һауыт-һаба йыуыу күптән ҡыҙҙар иңендә, кескәй туғандарын да ҡарашалар.
Ата-әсәнең: “Өйҙә тик башҡортса һөйләшәбеҙ!” – тигән талабы ғаиләлә яҙылмаған ҡанун. Ҡыҙҙар бөтөнләй телефонда “ултырмай”, уны аралашыу сараһы булараҡ ҡына ҡулланалар. Сөнки әсәйҙәре уҡыған китаптар, йоҡлар алдынан һөйләгән әкиәттәр, өләсәйҙәре ер-һыу күрһәтеп йөрөткән сәйәхәттәр, күмәкләп уйнаған йәнле уйындар экранға текләп ултырыуҙан күпкә ҡыҙығыраҡ.
– Әкиәт һөйләү – беҙҙең ғаиләлә көндәлек ритуал. Бер ваҡыт әкиәттәрем бөткәс, “Урал батыр” эпосын бәйән итә башланым. Мәктәп йылдарында уны ятлап конкурстарҙа һөйләп йөрөй торғайным. Шулай, үҙем дә аңғармаҫтан ҡыҙҙарҙа “Урал батыр”ға ҡыҙыҡһыныу уяттым, – тип һөйләй әсәйҙәре.
Миңзифа Айбулат ҡыҙы атаһы кеүек математик булһа ла, сәсәниә-шағирә Фатима Һибәтованың ейәнсәре булыуы ла булмышында сағылмай ҡалмаған. Төрлө ижади бәйгеләрҙә ҡатнашып килгән зирәк зиһенле Асияға балалар баҡсаһында “Урал батыр”ҙы ятларға тәҡдим иткәстәр, әсәһе был эшкә ихлас тотона. Ҡыҙыҡай ҙа отҡорлоғо менән алдыра – дүрт йәшендә район сәхнәһендә эпостан 100 юл ятлап “Иң йәш сәсән” номинацияһында икенсе урынға лайыҡ була. Былтыр иһә районда – гран-при, төбәктә – беренсе, республикала икенсе урын яулай. Быларҙан тыш, Асия районда уҙған “Һәләтле бала” конкурсы еңеүсеһе, “Мәжит Ғафури юлдарын уҡыйым” республика онлайн-бәйгеһе призеры булған, шиғыр һөйләү, бейеү бәйгеләрендә алған грамоталарын һанап бөтөрөрлөк түгел. Быйыл эпос ятлау күләмен 740 юлға еткереп, районда – беренсе, төбәктә өсөнсө урын яулаған. Башланғыс кластар категорияһында республика этабына сыҡҡан иң бәләкәй ҡатнашыусы булған ул. Урын бирмәһәләр ҙә, “Яҡташтар” ойошмаһы махсус бүләге менән дәртләндергән.
Апайы ыңғайына эпосты отоп алған Алһыу былтыр, 4 йәшлек сағында, беренсе тапҡыр бәйгелә сәсәнлек ҡеүәһен һынаған. Быйылғы йыл уның өсөн бигерәк уңышлы. Муниципаль һәм төбәк этаптарҙа – беренсе, республикала икенсе урын яулаған. “Һаумы, һаумы, Әкиәт!” район бәйгеһендә еңеп сыҡҡан, патриотик йырҙар башҡарыу конкурсында икенсе урын алған.
“Урал батыр” рухы Мөхтәровтарҙың барыһын да ялмап алған тиһәм яңылышмам. Бергәләп ҡабатлай торғас, Миңзифа Айбулат ҡыҙы менән Морат Раил улы үҙҙәре лә эпосты ятлап бөткән. Әминәнең теле “Урал батыр”ҙы һөйләп асылған, ике йәшендә ул 70 юлды яттан белә! Сәңгелдәктәге Әмирхан да әсә ҡарынында ятҡан сағынан эпос тыңлай. Хатта олатай-өләсәйҙәре лә “Урал батыр” менән “ауырый” хәҙер. Ейәнсәрҙәре дөңгөр ҡағып, һуҡма һуғып, ҡумыҙ сиртеп өйҙә ҡуйған концерттарҙың, эпосты ролдәргә бүлеп сәхнәләштереүҙең иң ихлас тамашасылары ла, конкурстар өсөн сәхнә костюмдары хәстәрләүселәр ҙә һәм уңышлы сығыштар өсөн премия-бүләктәр менән дәртләндереүселәр ҙә улар. Өләсәйҙәре Фәнүзә Ғәлина – Асияның класс етәксеһе лә. Ул һәләтле уҡыусыһы менән өҫтәмә рәүештә мәктәптә шөғөлләнә.
Милли рухта тәрбиә- ләнгән ҡыҙҙар “Әй Йола” төркөмөнөң фанаттары, уларҙың бөтә йырҙарын да яттан белә, Һомай образында кейенергә ярата. Уҙған йылда ейәнсәрҙәренә “Әй Йола”ларҙы күрһәтеү өсөн, алыҫ тип тормай, олатай-өләсәйҙәре Миәкә ерендә уҙған “Йәншишмә” йыйынына алып барған. Асия менән Алһыу ҙур фестивалде “Урал батыр” эпосын һөйләп асҡан. Ике йыл рәттән Сибайҙа үткән “Урал балалары тауышы” йәш сәсәндәрҙең республика конкурсында ҡатнашҡандар, быйыл был бәйгенең онлайн этабында эпостан өҙөк һөйләгән кескәй Әминә лә диплом менән бүләкләнгән. Рухлы һылыуҡайҙар мәшһүр эпос сәсәндәр теленән яҙып алынған тарихи урынға – Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылы янында уҙасаҡ йыйынға ла саҡырыу алған. Был уларҙың “Урал батыр” эҙҙәре буйлап күңелле сәйәхәтенең юл башы ғына. Алда бик күп мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, еңеүле бәйгеләр көтһөн!
Гөлнара Күсәрбаева.

