Милли проектты финанслау күләме төбәктә 2,7 миллиард һумдан ашыу киткән. Шуның 2 миллиард һумы — федераль бюджеттан бүленгән, 760 миллион һумы республика бюджетынан финансланған.
Быйыл “Беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” проекты буйынса 85 миллион һум бүленгән. Был проектты тормошҡа ашырыу барышында республика 139 ФАП һәм дүрт табип амбулаторияһы алды.
Быйыл 73 модуль ФАП алып, урынлаштырыу планлаштырыла. Был маҡсатта федераль бюджеттан 270 миллион һум аҡса килеүе көтөлә. 2021 йылда кәрәкле дарыу препараттарын һатып алыуға 400 миллион һумдан ашыу йүнәлтеләсәк.