-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
25 Ноябрь 2016, 17:35

Һорауҙар контролгә алынды

Республика прокуроры урынбаҫары Р. М. Зөбәйеров власть органдары, урындағы үҙидара һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының, шулай уҡ учреждение-ойошмаларҙың етәкселәренең эше йәки эшләмәүенә ҡарата ризаһыҙлыҡ осраҡтары буйынса район халҡын ҡабул итте.

Республика прокуроры урынбаҫары Р. М. Зөбәйеров власть органдары, урындағы үҙидара һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының, шулай уҡ учреждение-ойошмаларҙың етәкселәренең эше йәки эшләмәүенә ҡарата ризаһыҙлыҡ осраҡтары буйынса район халҡын ҡабул итте.

Яҡтыгүл ауылынан килеүсе делегация Руслан Марат улына оҙаҡ йылдар үҙҙәренең ер участкаларын рәсмиләштерә алмауы хаҡында бәйән итте.

— Ниндәй генә инстанциялар тупһаһын тапаманыҡ, һөҙөмтә юҡ, барыһы ла ауыл биләмәһенән беҙгә ер участкаһының бирелеүе хаҡында белешмә булмауына ҡайтып ҡала. Ә урындағы биләмәлә төрлө сәбәптәр табып белешмә бирмәйҙәр. Йәнәһе, элегерәк документтар юлламағас, ер беҙҙеке түгел, — тине ҡабул итеүгә килеүселәр исеменән сығыш яһаусы староста. — Беҙ ғүмер буйы ошонда йәшәйбеҙ, шул ергә картуф сәсәбеҙ һәм беҙ хужа түгелме?

Тағы берәү район суды аша ла проблеманы хәл итә алмауы хаҡында әйтеп, тағы ла судҡа документтар әҙерләүен, тик был юлы Өфөгә бирәсәген белдерҙе.

Р. М. Зөбәйеров Ташбулат ауыл биләмәһе башлығы менән делегациянан бер вәкилде район прокуратураһына саҡыртып, хәлде көйләү буйынса ике яҡты тыңларға һәм мәсьәләнең хәл ителеше хаҡында 25 тәүлек эсендә миңә яуап ебәрегеҙ тигән талап ҡуйҙы. Руслан Марат улы барыһы ла законға ярашлы, тейешле регламент буйынса эшләнергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Асҡарҙың Шайморатов урамындағы ике ҡатлы йортта йәшәүселәр ҡыйыҡтан һыу ағыуы, шул арҡала стеналарҙың күк төшөп мүкләнеүенә зарланды. Быға тиклем йорттары һыуыҡ булған һәм фатир хужаларының мөрәжәғәтенән һуң урындағы торлаҡ-коммуналь хужалығы етешһеҙлекте бөтөргән. Р. М. Зөбәйеров мәсьәлә контроль аҫтына алынасаҡ, тине.

Район үҙәгендә йәшәүсе берәү ҡуртымға алынған сабынлыҡ ерҙәренең ҡарауһыҙ йөрөгән мал тарафынан тәләфләнеүе хаҡында һөйләне. «Сабынлығығыҙҙы кәртәләп алырға мөмкин бит», — тиеүгә ул был эштең бик сығымлы булыуын әйтте. Аттарҙы биркалап, һуңынан хужаларын яуаплылыҡҡа тарттырыу — уныңса, иң ҡулайлыһы. Булат Самат улы был хаҡта район хакимиәте башлығының ҡарары булыуын әйтеп үтте. Руслан Марат улы был мәсьәлә һеҙҙә генә түгел, күп райондарҙа мал ҡарауһыҙ йөрөй, бында прокуратура яғынан әлеге ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоу һорауҙы хәл итергә ярҙам итәсәк, тип белдерҙе.

Красная Башкириянан килгән ҡатын опекунлыҡҡа алған улына фатир бирелмәүен, уның Яңы Һамар ауылында асыҡ формалағы туберкулез сирле кеше менән бәләкәй йортта йәшәүен бәйән итте. Асыҡланыуынса, улар опека бүлегенә ғаризаны сентябрь айында биреп, яңы саҡ сиратҡа торғандар. Район прокуроры социаль фатирҙарҙың муниципаль заказ аша алыныуын һәм быйыл ғына бирелмәйәсәген әйтте. Был ҡатындың Р. М. Зөбәйеровҡа тағы бер мөрәжәғәте бар ине, уныһы ла фатир мәсьәләһенә ҡағылды. Ул 2006 йылда торлағы йәшәүгә яраҡһыҙ булыуы арҡаһында сиратҡа торған. «Исемлектә икенсе булһам да, фатир һаман юҡ. Үҙем дә, ейәнсәрем дә ауырыйбыҙ», — тине мөрәжәғәт итеүсе. Республика прокуроры урынбаҫары хәлде тикшерербеҙ һәм һеҙгә яҙма яуап ҡайтарырбыҙ, тине.

Буранғолдан килеүселәр ер участкаһы бирелмәүенә зарланды. Йәш ғаилә ер төҙөүсе күрһәткән урынға йорт һалып сыҡҡан, ә бына документтарын биләмә хакимиәте башлығы ҡарары булмауы арҡаһында юллай алмай. Күп балалы ғаилә башлығы ла 2014 йылдан ер участкаһы ала алмауын һөйләне, уға Буранғолда ер юҡ, Ишкилденән генә була тигәндәр.

Салауат утарында йыл әйләнәһенә һунарсылар тәбиғәтте тәләфләүе хаҡында Буранғол кешеһе әсенеп һөйләне. Улар ҡыш ҡарги-ҙәрҙә, йәй квадроциклдарҙа һунар итәләр. Был хаҡта республиканың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығына хәбәр итеү кәрәклеге әйтелде.
Район үҙәгенән мөрәжәғәт иткән эшҡыуар бер нисә кешегә аҡса биреп торған һәм улар ҡайтармаған, суд приставтары бурыслылар менән эшләмәй. Приставтарҙың суд ҡарарын үтәргә ашыҡмауҙары хаҡында тағы бер ялыу булды. Юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле әхлаҡи зыян өсөн түләргә теләмәй.

Үҙәк район дауаханаһының бала табыу бүлексәһенән кәрәкле белешмә ала алмаған ҡатындың ғаризаһы республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына йүнәлтеләсәк.

Читайте нас: