+11 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
9 Декабрь 2016, 17:32

Һин нимәгә хоҡуҡлы?

10 декабрь — Кеше хоҡуҡтары көнө

18 йәше тулған кешенең генә хоҡуҡтары үҙ көсөнә инә икән, тип уйлаусылар яңылыша. Балиғ булмаған балаларҙың да төрлө хоҡуҡтары бар, шулай уҡ уларға төрлө кимәлдәге яуаплылыҡ та билдәләнгән.

Һәр яңы тыуған сабыйға исем, фамилия бирелергә тейеш, шулай уҡ ул гражданлыҡ алырға, ғаиләлә тәрбиәләнергә, туғандары менән аралашырға хоҡуҡлы, ә атай менән әсәй уны яҡларға, ҡурсаларға бурыслы;

6 йәше тулғас, бала, ата-әсәһенең рөхсәте менән, төрлө бәләкәй килешеүҙәр башҡарырға, мәҫәлән, уйынсыҡтарын дуҫтары менән алмашырға, туғандары биргән бүләктәрҙе үҙенсә ҡулланырға хоҡуҡлы;

Шулай уҡ 6 йәштән уға бурыстар ҙа өҫтәлә: хәҙер бала дөйөм белем алырға, мәктәптәрҙә һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларында, йәмәғәт урындарында билдәләнгән ҡағиҙәләргә буйһонорға тейеш;

8 йәштән иһә ҡыҙҙар һәм малайҙар балаларҙың төрлө йәмәғәт ойошмаларында ҡатнаша ала;

10 йәше тулғас инде, уның мәнфәғәттәренә ҡағылышлы мәсьәләләрҙә (мәҫәлән, судта йәки административ тикшеренеү барышында) үҙ фекерен белдерә ала. Бынан тыш, 10 йәшлек бала үҙенең исем-шәрифен үҙгәртеүгә, уллыҡҡа алыныуға үҙе ризалыҡ бирергә тейеш;

11 йәшлек бала тарафынан етди хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлһә, уны махсус тәрбиәүи учреждениеға урынлаштырыуҙары ла ихтимал;

14 йәше тулғас, үҫмерҙәргә гражданлыҡты билдәләгән Рәсәй паспорты бирелә, улар үҙ хоҡуҡтарын яҡлап, судҡа үҙ аллы мөрәжәғәт итә ала, шулай уҡ гражданлыҡты үҙгәртеүгә, каникул осоронда аҡса эшләргә (ата-әсәһенең ризалығы буйынса), килемен үҙ белдеге менән тотонорға, шулай уҡ төрлө фәнни-тикшеренеү эштәрендә ҡатнашырға хоҡуҡ ала;

Әлбиттә, яуаплылыҡ та арта. Мәктәп уставын һанға һуҡмаған, тупаҫ рәүештә хоҡуҡ боҙған, белем усағына матди зыян килтергән баланы мәктәптән сығарыуҙары ла мөмкин. Айырыуса ауыр енәйәт ҡылған үҫмерҙәр (үлтереү, кеше талау, кеше һаулығына ауыр зыян килтереү, көсләү, террор тураһында ялған мәғлүмәт еткереү һ.б.) енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыла;

16 йәштән иһә Рәсәй граждандары аҙнаһына 36 сәғәт эшләргә, машина йөрөтөү курстарында уҡырға («права» алырға түгел әле), хатта ата-әсәһе рөхсәте менән эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә хоҡуҡлы;

17 йәшлек егеттәр йәшәү урыны буйынса хәрби комиссариатҡа иҫәпкә торорға, медицина тикшереүе үтергә бурыслы;

18 йәше тулған граждан һәр аҙымы һәм ҡылығы өсөн үҙе яуаплылыҡ тота, үҙе теләгән һөнәрҙе һайлай һәм шул йүнәлештә эшләй ала.
Хоҡуҡтарығыҙҙы белегеҙ һәм дөрөҫ файҙаланығыҙ. Йәмәғәт ҡанундарына буйһоноп, әйләнә-тирәләге кешеләргә ихтирамлы булығыҙ.

Читайте нас: