+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
19 Ғинуар 2018, 13:50

Ғаиләгә иғтибар арта

БР Эске эштәр министрлығы бойороғона ярашлы, 26 ғинуарға тиклем республика һәм район биләмәһендә «Үҫмер-Ғаилә» тип исемләнгән профилактик сара уҙа. Уның маҡсаты: бәлиғ булмағандарҙың ҡарауһыҙ йөрөүен иҫкәртеү, имен булмаған ғаиләләрҙең йәшәйешен тикшереү.

БР Эске эштәр министрлығы бойороғона ярашлы, 26 ғинуарға тиклем республика һәм район биләмәһендә «Үҫмер-Ғаилә» тип исемләнгән профилактик сара уҙа. Уның маҡсаты: бәлиғ булмағандарҙың ҡарауһыҙ йөрөүен иҫкәртеү, имен булмаған ғаиләләрҙең йәшәйешен тикшереү.

Эскелек менән мауыҡҡан, балаларын тейешенсә тәрбиәләмәгән ғаиләләргә инспекторҙар тарафынан рейдтар даими уҙғарылып тора. Аҙна һайын тиерлек улар ауыл биләмәләрендә булып, профилактик әңгәмә уҙғара, йә протокол төҙөй. Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса төркөмдөң өлкән инспекторы С. Н. Сафина бер нисә рейдтың һөҙөмтәһе менән таныштырҙы. Декабрь аҙағында Буранғол ауылында йәшәүсе 24 йәшлек ҡатын бәләкәй генә ҡыҙын өйҙә ҡалдырып сығып китә һәм 9 көн дауамында ҡайтмай, эсеп йөрөй. Ошо уҡ ауылдан тағы бер ир — 8 бала атаһы туҡтауһыҙ рәүештә эскелек менән шөғөлләнгәне, балаларын тәрбиәләмәгәне, уларға уҡыу һәм йәшәү өсөн шарттар булдырмағаны, өйҙә йыш ҡына ғауға ҡуптарғаны өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Яңы йыл байрамынан һаман да айнығып бөтмәгән ата-әсәләр бар, улар-ҙың мәктәп йәшендәге ул-ҡыҙҙарына ял ойоштороу, каникулдан һуң уҡыуға әҙерләү тураһында уйларға «ваҡыты юҡ», сөнки һәр кемдә «баш ҡайғыһы». Көнсығыш-2 биҫтәһендә йәшәүсе ҡатын 6 айлыҡ сабыйын эскән килеш имеҙгәндән һуң, үҙе иҫереп йоҡлап китә, ә бәпес йылытылмаған өйҙөң ҡаҡ иҙәненә ҡолап төшөп, һыны ҡатҡансы илай. Тик араҡы шауҡымында булған әсә уны ишетмәй ҙә. Уның тағы бер балаһы — башланғыс класта уҡыусы ҡыҙы ла дәрес ҡалдыра, өйҙә шарттар булмағанға күрә, урамда, күрше йә таныштарында көн күрә.

«Профилактик операция барышында ошондай ғаиләләргә иғтибар тағы ла көсәйтеләсәк, һыуыҡ миҙгелдә бәләкәс балаларҙың һаулығы һәм ғүмере хәүеф аҫтына ҡуйылмаһын өсөн тикшереүҙәр үткәреләсәк», — ти Сәғиҙә Нуриәхмәт ҡыҙы.

Читайте нас: