+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
26 Ғинуар 2018, 12:11

Бурысты барыбер түләттерәсәктәр

Һуңғы осорҙа суд приставтарының банк карталарына арест һалыуы, хатта балалар пособиеларын бурыс иҫәбенә тотоп ҡалыуҙары хаҡында күп ишетелә.

Һуңғы осорҙа суд приставтарының банк карталарына арест һалыуы, хатта балалар пособиеларын бурыс иҫәбенә тотоп ҡалыуҙары хаҡында күп ишетелә. Банктан кредит алып, түләргә «онотҡан» йәки һалым, штрафтар буйынса бурыстары йыйылған кешеләрҙең шундай күңелһеҙ хәлдәргә тарыуы ихтимал. Райондың баш суд приставы Э. Р. Садиҡов менән тап ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.

— Эльдар Ришат улы, бурыстың эш хаҡы күскән картанан тотолоуы бер хәл, ә бына балалар аҡсаһына тейеү — ярамаған эш. Социаль түләмдәрҙе бурыс иҫәбенә тотоу законға ярашлымы?

— Суд приставтары банк карталарына арест һалғанда, уның ниндәй икәнлеген: хеҙмәт хаҡы йәки пособие аҡсалары күскән карта булыуын күрмәй. Бындай осраҡта, халыҡты социаль яҡлау бүлегенән был иҫәпкә социаль саралар күсеүе хаҡында белешмә менән беҙгә килергә кәрәк. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, картанан арест алыныуы хаҡында ҡарар сығарабыҙ. Ошо документты үҙегеҙҙең бурыс булған банкка илтәһегеҙ. Шунан ғына улар аҡсаны тотоуҙы туҡтата. Юғиһә, күптәр, приставтар арестты алды, ә аҡса һаман тотола, тип зарлана. Банк был эште тиҙ генә атҡармай, мәҫәлән, Һаҡлыҡ банкыһының ошондай эштәр менән шөғөлләнгән бүлеге тотош Волга буйы федераль округында берәү генә. Бөтә төбәктәрҙән бурыслылар менән эш итәләр һәм һеҙҙең мөрәжәғәтте ҡарау аҙналарға, хатта айҙарға һуҙылыуы мөмкин. Тиҙерәк булһын өсөн суд приставтары биргән ҡарарҙы банк хеҙмәткәрҙәренән сканер аша үткәртеп, шул бүлеккә ебәреүҙәрен һорарға кәрәк. Шул рәүешле картаға арестты 3-4 көн эсендә алып була. Бындай хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн Дәүләт Думаһында социаль иҫәптәр булдырыу буйынса закон проекты ҡабул ителеүгә әҙерләнә. Пособиелар өсөн махсус социаль иҫәп асыласаҡ һәм суд приставтарының уларға тейергә хоҡуғы булмаясаҡ.

— Районда бурыстары булған һәм эш суд приставтарына тиклем килеп еткән осраҡтар күпме?

— Уҙған йылда физик берәмектәргә ҡарата бөтәһе 12650 башҡарыу производствоһы суд приставтары аша үтте, унан алдағы йылдар менән бергә иҫәпләгәндә — 20663. Был бик ҙур һан, бурыстарҙы ҡайтарыу буйынса беҙҙең хеҙмәткәрҙәргә көсөргәнешле эшләргә тура килә.

— Бер танышымдың банк картаһынан тотош хеҙмәт хаҡы юҡҡа сыҡҡайны. Һуңынан асыҡлауынса, арест һалынған, ә суд приставтарынан ул бер ниндәй ҙә ҡарар, хат алмаған. Кешене иҫкәртмәйенсә картаға арест һалырға һәм бер тин дә ҡалдырмайынса тотош сумманы алырға яраймы? Бәлки, ғаиләнең башҡа аҡсаһы юҡтыр?

— Ысынлап та, был проблема бар. Беҙгә килеп, былай эшләргә хоҡуғығыҙ юҡ, мин бер ниндәй ҙә ҡағыҙ алманым, белмәнем, иҫкәртмәнегеҙ, тип янъял ҡуптарыусылар күп. Әммә беҙ закон сиктәрендә эшләйбеҙ. «Башҡарыу производствоһы тураһында»ғы Федераль закондың 6.1-се «Башҡарыу производствоһында мәғлүмәттәр банкы» статьяһына ярашлы, беҙ хәҙер бурыслыны иҫкәртмәйбеҙ. Әгәр кеше беҙҙең базаға эләгә икән, беҙ уға ҡарата башҡарыу ҡағыҙы булыуы хаҡында хәбәр итмәйенсә, бурысты ҡайтарыу буйынса эште башлайбыҙ. Һәр кем үҙенең бурысы булыу-булмауын ошо базанан белә ала, уны телефонда плей-маркет ҡушымтаһы аша ҡарарға мөмкин. Бурыс суммаһы ҡаплан-ғанға тиклем, карталағы аҡса тулыһынса алына, был автоматик рәүештә эшләнә, өлөшләтә тотоп булмай. Хеҙмәт хаҡы тотошлай алыныу менән риза булмаһағыҙ, аҡсаның бер өлөшөн ҡайтарыу тураһында банкка ғариза яҙырға кәрәк. Тик был тиҙ эшләнмәй, мәшәҡәте күп һәм оҙаҡҡа һуҙыласаҡ.

— Әгәр кемдер бурысын ҡайтарып өлгөргән, ә ошо сумма тағы картанан тотолһа?

— Тиҙ арала суд приставтарына хәбәр итеү мотлаҡ. Аҡса картанан алынған мәлдән алып өс көн эсендә суд приставтары иҫәбенә ебәрелә. Был сараларҙы тәғәйен урынға күсереү йәғни бурысты ҡайтарыу өсөн тағы биш көн ваҡыт китә. Үҙегеҙ менән бурысты тулыһынса ҡаплау хаҡында белешмә килтерергә кәрәк буласаҡ. Бурыс суммаһы ҙур булған осраҡтарҙа картанан тыш, башҡа милеккә лә арест һалабыҙ.

— Тормошта төрлө хәлдәр була. Ипотека йәки кредит алып, эштә ҡыҫҡартылыуға эләккән һәм банкка бурысы артҡан осраҡта нимә эшләргә? Бөтөнләй түләмәйем тимәй, тик ваҡыт талап ителә. Был саҡта ниндәй кәңәш бирер инегеҙ…

— Приставтар — суд ҡарарҙарын башҡарыусылар ғына икәнен онотмаһындар. Был беҙҙең эшебеҙ, нисек булһа ла беҙ үҙ бурысыбыҙҙы үтәргә тейеш. Беҙгә килеп, эште әҙерәк туҡтатып тороғоҙ, ваҡыт бирегеҙ, кисектерегеҙ тип үтенеүселәр, ҡайһы осраҡта хатта янаусылар бар. Суд приставтары үҙ белдектәренә эшләмәүҙәрен, бурысты ҡайтарыу процесын оҙайлы ваҡытҡа һуҙа алмауын аңлап еткермәүселәр күп. Бурыслы беҙгә килеп еткәнсе әллә күпме инстанция, суд аша уҙа. Шул мәлдә үк бурыстан ҡотолоу юлдарын эҙләргә кәрәк. Берҙән-бер осраҡта, пристав суд ҡарарын башҡарыуҙы 10 тәүлеккә тиклем кисектерә ала, әгәр ҙә граждан ҡарар менән риза булмай, судҡа яңынан ҡарау хаҡында ғариза бирһә. Башҡа төрлө сәбәптәр менән суд приставтары бурысты ҡайтарыуҙы бер нисек тә кисектерә алмай. Ауыр тормош хәленә ҡалғандар иһә ҡайҙа бурыстары бар — һалым инспекцияһы, банк, Пенсия фонды идаралығына мөрәжәғәт итеп, уларға был хаҡта аңлатырға, ваҡытлыса булһа ла, приставтарҙан ғаризаны кире алыуҙарын һорарға кәрәк.

— Шулай булғас, иң яҡшыһы — бурыс һаҙлығына төшмәү. Түләмәйем, бер нәмә лә булмаясаҡ, тип йөрөгәндәр ҙә һеҙгә килеп эләгәсәкме?

— Эйе. Бурысты барыбер ҡайтарырға тура киләсәк. Белә тороп түләмәгәндәр йәки кредиттары, штрафтары булыу хаҡында бөтөнләй онотҡандар ҙа бар. Шуның өсөн күптәр суд приставтары эшен өнәмәй. Тик беҙ суд производствоһының иң һуңғы баҫҡысы булараҡ ҡына эш итеүебеҙҙе аңлаһындар ине. Беҙгә лә кешенең аҡсаһына тығылыу, кемгәлер уңайһыҙлыҡтар тыуҙырыу оҡшамай, ә бының өсөн беҙгә килеп етмәҫкә, бурыслы булмаҫҡа кәрәк. Картаға арест һалынһа, бүтән төрлө һорауҙар килеп сыҡһа, суд приставтарына ҡабул итеү көндәрендә: шишәмбе төшкә тиклем, кесаҙна төштән һуң мөрәжәғәт итергә мөмкин. Тағы берҙе ҡабатлап әйтәм, беҙ яуыз ниәт менән түгел, закон сиктәрендә эш итәбеҙ.

Читайте нас: