+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
30 Март 2018, 11:32

Мутлыҡ аҙым һайын һағалай

Кеҫә телефондары, банк карталары, тауарҙар тәҡдим итеүсе интернет-сайттар аша һәм башҡа төрлө юлдар менән кешеләрҙе алдарға маташыусы мут әҙәмдәр йылдан-йыл арта. Үкенескә ҡаршы, йыш ҡына улар үҙҙәренең енәйәти уйҙарын тормошҡа ашыра.

Кеҫә телефондары, банк карталары, тауарҙар тәҡдим итеүсе интернет-сайттар аша һәм башҡа төрлө юлдар менән кешеләрҙе алдарға маташыусы мут әҙәмдәр йылдан-йыл арта. Үкенескә ҡаршы, йыш ҡына улар үҙҙәренең енәйәти уйҙарын тормошҡа ашыра.

Халыҡты уяуыраҡ булырға, теләһә кемгә ышанып бармаҫҡа, телефондан шылтыратып банк картаһы һандарын йә паспорт мәғлүмәттәрен һораған кешеләрҙе тыңламаҫҡа саҡырып, беҙҙең район биләмәһендә теркәлгән бер нисә мутлашыу осрағы хаҡында һөйләп үтмәксебеҙ.

Ғинуар айында район ауылдарының береһендә йәшәүсе 5 егет вахта ысулы менән Алыҫ Себергә эшкә юлланырға була. Был вакансияны улар интернетта киң билдәле «Авито.ру» сайтынан таба. Үҙен кадрҙар бүлеге белгесе тип таныштырған кеше егеттәргә яҡшы эш хаҡы, ташламалар вәғәҙә итеп, эшкә урынлашыу өсөн кәрәкле документтар исемлеген һәм ойошманың банк иҫәбенә билдәле сумманы күсереүҙе һорай. Был аҡса һеҙгә самолетҡа билеттар алыуға кәрәк һәм урынға килгәс тә сумма кире ҡайтарыласаҡ, тип вәғәҙәләй ул. Эш эҙләүсе райондаштар иҫәпкә аҡса күсергәндән һуң «белгес» юҡҡа сыға, телефонға яуап бирмәй. Шул рәүешле егеттәр аҡсаһыҙ һәм эшһеҙ ҡала.

Февралдә Таштимер ауылында йәшәүсе кешегә билдәһеҙ ҡатын шылтыратып, үҙен Һаҡлыҡ банкы вәкиле тип таныштыра. Ул әйтеүенсә, клиенттың банк картаһына хакер һөжүме яһалған һәм картала булған аҡ-саны ул күрһәткән телефон номерына күсерергә кәрәк. Йәнәһе, шулай иткәндән һуң картаны хакерҙарҙан ҡотҡарыу өсөн ябасаҡтар, ә 10 минуттан сумма кире хужаһына ҡайтарыласаҡ. Аҡ-саһын юғалтырға теләмәгән клиент ҡатын әйткән номерға барлыҡ сумманы күсерә һәм отолғанын һиҙмәй ҙә ҡала.

— Таныш булмаған кешеләр һорауы буйынса банкоматҡа барып, карталағы аҡсағыҙҙы билдәһеҙ иҫәпкә күсерә күрмәгеҙ, — ти эске эштәр бүлегенең штаб начальнигы Азамат Булатов. — Шулай уҡ аҡсағыҙҙы бер ниндәй электрон янсыҡтар-ға, мобиль банктарға күсермәгеҙ. Әгәр һеҙҙең телефонға «Ваша карта заблокирована» йәки «Вы выиграли приз» тигән смс-тар килә икән — был енәйәтселәрҙең эше. Банк бер ҡасан да бындай хәбәрҙәр ебәрмәй. Смс-та күрһәтелгән номерҙарға ла шылтыратмағыҙ. Мобиль банктан аҡсаны сисеү өсөн ҡайһы саҡта бер шылтыратыу ҙа етә. Картағыҙҙың номерын, паролен һеҙҙән башҡа бер кем дә белергә тейеш түгел. Әгәр шигегеҙ булһа, банктың «ҡыҙыу линия» һандарына шылтыратып, белешегеҙ, ул картаның артында күрһәтелгән».

Тағы бер райондашыбыҙ әлеге лә баяғы «Авито» сайты аша трактор һатып алырға була. Иғлан буйынса шылтыратҡас, һатыусы уға: «Тракторҙы һатып алырға теләүселәр күп, әгәр һеҙ техниканы мотлаҡ алырға хәл итһәгеҙ, сумманың бер өлөшөн алдан миңә күсерер кәрәк», — ти. Шәп тракторҙы ҡулға төшөрөү шатлығынан башына шикле уй килмәгән ир тәғәйен сумманы күсерә һәм аҡсаһынан да, тракторҙан да ҡолаҡ ҡаға.

Икенсе бер яҡташыбыҙ, киреһенсә, интернет селтәре аша бура һатырға ниәтләй. Бураны һатып алырға теләгән бер әҙәм уға шылтыратып: «Һеҙгә аҡса күсерер өсөн банк картағыҙ һандарын һәм паспорт мәғлүмәттәрен әйтегеҙ», — тип һорай. Һораған мәғлүмәтте еткергәс, ул банкоматҡа ашыға һәм алданғанын аңлай. Мутлашыусылар бик хәйләкәр, улар кешенең психологияһын яҡшы белә һәм уйлап эш итә. Шуға бигерәк уяу һәм аң булырға, билдәһеҙ кешеләргә, яҡындарығыҙ менән кәңәшләшмәйенсә аҡса күсерергә тырышмағыҙ. Бигерәк тә шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе әйтмәгеҙ. Тауарҙы үҙ күҙегеҙ менән күреп, ҡулығыҙға алғас ҡына, аҡса түләргә кәрәк.

Быларҙан тыш мутлыҡ ҡылыусылар кешеләрҙең социаль селтәрҙәге сәхифәләренә инеп, уларҙың дуҫтарына һәм яҡындарына аҡса һорап мөрәжәғәт итә. Был смс-тарға ла алданып ҡуймағыҙ, тәүҙә танышығыҙҙың телефонына шылтыратып, уға ярҙам ысынлап та кәрәкме-юҡмы икәнлеген дәлилләгеҙ. Ирегеҙ, улығыҙ йәки башҡа туғанығыҙ юл фажиғәһенә тарыны, кешене төкөттө, туҡмалды һ.б проблемаға осраны, уға ярҙам итеү өсөн ашығыс рәүештә аҡса кәрәк, тигәнде ишеткәс тә паникаға бирелмәгеҙ. Туғандарығыҙға, йә булмаһа эске эштәр бүлегенең дежур часына шылтыратып белешегеҙ.

Республика биләмәһендә үҙҙәрен социаль хеҙмәткәрҙәр йәки Пенсия фонды вәкилдәре тип таныштырып, ололарҙы алдаусылар ҙа күбәйҙе. Енәйәтселәр шулай уҡ газ, электр хеҙмәте, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ вәкиле булып ҡыланыуҙан да тартынмай. Улар, бер ни аңламаған әбей-бабайға төрлө иҫәпләү приборҙарын ҡыйбат хаҡҡа һатып китә йәки береһе әңгәмә менән алдаштырған арала, икенсеһе өйгә үтеп, урлашып та сыға.

Былтыр сиғандарҙан алданыу осрағы ла теркәлде. Асҡарҙағы бер магазинға сиған ҡатыны килеп инә лә, һатыусыға: «Һиңә ҡаты сихыр һалынған, аураңды таҙартыу өсөн биҙәнеү әйберҙәрең кәрәк», — тип алдап, уның барлыҡ ҡиммәтле балдаҡ-һырғаларын алып сығып ҡаса.

— Һеҙҙе йәлләгән кеше булып, яҙмышығыҙға зарланыуығыҙҙы ихлас тыңлап, сихыр һәм башҡа сирҙәрҙән арыныуҙа ярҙам итәм, тип һөйләүселәргә лә ышанмағыҙ, — ти хоҡуҡ һаҡсылары. — Ундай енәйәтселәр йыш ҡына гипноз көсөнә эйә һәм аңы томаланған кешенең аҡсаһын, алтын-көмөш әйберҙәрен сәлдереү уларға бер ни тормай.

Читайте нас: