+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
20 Апрель 2018, 11:25

Участка инспекторығыҙҙы беләһегеҙме?

Әбйәлил районы буйынса эске эштәр бүлегендә бөгөн 13 участка уполномоченныйы эшләй.

Әбйәлил районы буйынса эске эштәр бүлегендә бөгөн 13 участка уполномоченныйы эшләй. Улар йәмәғәт тәртибен күҙәтеү, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү кеүек көндәлек мәшәҡәтле эштәренән тыш, «Торлаҡ» операцияһы сиктәрендә, иҫәптә торған имен булмаған ғаиләләрҙе, асоциаль тормош алып барған граждандарҙы тикшерә, үҙ биләмәһендә теркәлгән халыҡҡа «визитка»ларын тарата. Район халҡы хәүеф осрағында, айырыуса мутлыҡ ҡылыусы шикле кешеләр менән осрашҡан саҡта кемгә мөрәжәғәт итергә кәрәклеген белһен өсөн, участка инспекторҙары хаҡында мәғлүмәтте гәзит биттәрендә лә күрһәтергә булдыҡ.

Асҡар ауыл биләмәһе — Мырҙағәлин Радик Дәүләт улы, Төркмәнов Айбулат Урал улы. Асҡар ауылы, Ленин урамы, 39 адресы буйынса шишәмбе, кесаҙна һәм шәмбелә 14-тән 18 сәғәткә тиклем ҡабул итәләр. Телефон: 8-905-007-87-07, 8-999-741-27-09 (Мырҙағәлин Р. Д.), 8-909-349-88-94, 8-999-741-27-07 (Төркмәнов А. У.).

Байым ауыл биләмәһе — Әхтәмов Руслан Нәҡип улы. Байым ауылы, Мәктәп урамы, 31 адресы буйынса дүшәмбе, шаршамбы һәм йомала 14-тән 18 сәғәткә тиклем ҡабул итә. Телефон: 8-962-531-35-02.

Амангилде, Буранғол, Ҡырҙас, Хәмит ауыл биләмәләре — Лоҡманов Вәлит Вәли улы. Буранғол ауылы, Совет урамы, 35/2 адресы буйынса, шишәмбе, кесаҙна һәм шәмбелә 14-тән 18 сәғәткә тиклем ҡабул итә. Телефон: 8-961-369-81-85, 8-999-741-27-14.

Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе — Аллаяров Данил Нәдир улы. Сиҙәм ауылы, Ленин урамы, 22 адресы буйынса дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәрендә, 14-тән 18 сәғәткә тиклем ҡабул итә. Телефон: 8-961-043-20-09, 8-999-741-18-86.

Гусев ауыл биләмәһе — Арғынбаев Рамил Һиҙиәт улы. Гусев ауылы, С. Соколов урамы, 93 адресы буйынса шишәмбе, кесаҙна һәм шәмбелә 14-тән 18 сәғәткә тиклем ҡабул итә. Телефон: 2-55-52, 8-960-380-84-50, 8-999-741-27-08.

Дәүләт ауыл биләмәһе — Әхмәҙиев Даян Ғәфиәт улы. Дәүләт ауылы, Көһәмеш урамы, 27 адресы буйынса дүшәмбе, шаршамбы һәм йомала 14-тән 18 сәғәткә тиклем ҡабул итә. Телефон: 8-999-584-81-02, 8-999-741-18-91.

Рауил, Хәлил ауыл биләмәләре — Бейембәтов Әсғәт Әҡсән улы. Ишҡол ауылы, Матросов урамы, 35/2 адресы буйынса дүшәмбе, шаршамбы һәм йомала 14-тән 18 сәғәткә тиклем ҡабул итә. Телефон: 8-903-350-77-91, 8-999-741-27-17.

Красная Башкирия ауыл биләмәһе — Ильясов Илшат Вәли улы. Красная Башкирия ауылы, Үҙәк урам, 13 адресы буйынса шишәмбе, кесаҙна һәм шәмбелә 14-тән 18 сәғәткә тиклем ҡабул итә. Телефон: 8-961-367-69-57, 8-999-741-27-06.

Таштимер ауыл биләмәһе — Мырҙагилдин Илшат Марат улы. Михайловка ауылы, Парк урамы, 30 адресы буйынса шишәмбе, кесаҙна һәм шәмбелә 14-тән 18 сәғәткә тиклем ҡабул итә. Телефон: 8-906-377-30-77, 8-999-741-27-16.

Ташбулат ауыл биләмәһе — Задин Вәғиз Вәзир улы, Иманғолов Азамат Юныс улы. Ташбулат ауылы, Йәштәр урамы, 3 адресы буйынса дүшәмбе, кесаҙна һәм шәмбелә 14-тән 18 сәғәткә тиклем ҡабул итәләр. Телефон: 2-33-30, 8-905-351-80-64, 8-999-741-27-13 (Задин В. В.); 8-967-739-08-79, 8-999-741-29-28 (Иманғолов А. Ю.).

Йәнгел ауыл биләмәһе — Яхин Салауат Юлай улы. Йәнгел ауылы, Титов урамы, 1 адресы буйынса шишәмбе, кесаҙна, шәмбе көндәрендә 14-тән 18 сәғәткә тиклем ҡабул итә. Телефон: 2-72-45, 8-963-135-90-79, 8-999-741-27-11.

Күреүегеҙсә, участка уполномоченныйҙары хеҙмәтләндергән биләмәләр ҙур ғына. Ҡайһыларына икешәр, өсәр ауыл биләмәһе тура килә. Шуға күрә, улар әйтелгән адрестар буйынса булмауҙары, эш буйынса сығыуҙары ихтимал. Әгәр ҙә үҙегеҙҙең участка инспекторына шылтыратып ала алмаһағыҙ, 2-22-01 һандары буйынса эске эштәр бүлегенең дежур часына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Читайте нас: