-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
19 Июнь 2018, 12:03

Йәйге ялға — бурысһыҙ

Йәй бөтәһенең дә көтөп алған матур миҙгеле, отпускылар мәле. Ҡояшлы көндәрҙе сит илдәрҙә үткәрергә теләүселәр сәйәхәткә юллана. Тик күптәр бурыстар булһа, илдән сығыуға тыйыу барлығы хаҡында белмәй.

Йәй бөтәһенең дә көтөп алған матур миҙгеле, отпускылар мәле. Ҡояшлы көндәрҙе сит илдәрҙә үткәрергә теләүселәр сәйәхәткә юллана. Тик күптәр бурыстар булһа, илдән сығыуға тыйыу барлығы хаҡында белмәй. Мәҫәлән, бөгөнгө көнгә ҡарата Әбйәлил районы суд приставтары тарафынан сит илгә сығыуҙы тыйыу буйынса 1338 ҡарар ҡабул ителгән, уларҙың 214-е алименттар буйынса бурыслыларға ҡарата. Дөйөм бурыс суммаһы 780 мең һум, шул иҫәптә алименттар буйынса 400 мең һум.

Бурыстар булыу-булмауын һәр кем суд приставтары идаралығының рәсми сайтында «Башҡарыу производстволары банкыһы» аша ҡарай ала. Бурыс булған осраҡта башҡарыу производствоһы реквизиттары һәм контакт мәғлүмәттәр килеп сығасаҡ. Бурысты түләүҙе еңеләйтеү маҡсатында «Сервис» графаһы аша квитанцияны сығарып алырға мөмкин. Башҡарыу производстволары банкыһы мәғлүмәттәрен «Бәйләнеш»тә һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендәге махсус ҡушымталар ярҙамында һәм Android, iPhone, Windows Phone мобиль ҡоролмаларының операция системалары аша белергә мөмкин. Был ҡушымталарҙа бурыс хаҡында белеүҙән тыш, мәғлүмәттәрҙе алыуға яҙылырға була. Был саҡта бурыс хаҡында белдереүҙәр киләсәк.

«Башҡарыу производствоһы банкыһы»нда бурыс булыуы тураһында белгән граждандарға мәғлүмәттә күрһәтелгән адрес буйынса суд приставтарына мөрәжәғәт итеү мөһим. Сөнки бурысығыҙ булһа, сит илгә сыға алмаясаҡһығыҙ. Күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ, көтөп алған ялығыҙҙы боҙмаҫ өсөн ваҡытында саралар күрергә, алдан иҫкәртергә кәрәк.

И. ҒӘБИТОВ.
Читайте нас: