+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
20 Июль 2018, 10:46

Наркоман, тимәк, енәйәтсе

Наркомандар, организмы көн һайын даулап торған илерткес матдә табыу өсөн, ниндәй генә юлдарға бармай.

Наркомандар, организмы көн һайын даулап торған илерткес матдә табыу өсөн, ниндәй генә юлдарға бармай. Күрше өлкәлә генә түгел, үҙебеҙҙең районда ла йәшәүсе егеттәр, әле йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, яҙыҡ юлға баҫып, бер грамм наркотик өсөн енәйәти аҙым яһауға әҙер булыуҙарын күрһәтте.

Эске эштәр бүлеге тәүтикшереүселәре тарафынан наркотиктарға бәйле бер нисә енәйәт эше ҡаралды. Был турала беҙгә тәүтикшереүсе Аймара Дәүләтшина һөйләне.

— Район ауылдарының береһендә йәшәүсе 28 йәшлек егет, быға тиклем ағыулы матдәләр ҡулланмаһа ла, наркотик тәмен татып ҡарау ниәте менән ауыл тирәһендәге баҡса ситтәренән киндер үләне йыйып ала һәм уны киптереү өсөн сарҙаҡҡа мендереп йәйә. Күпмелер ваҡыт үткәндән һуң ул, кипкән үләнде ваҡлап, махоркаға ҡушып тарта, ә ҡалғанын тәмәке ҡабына һалып, үҙенең автомобиленә йәшереп ҡуя. Хоҡуҡ һаҡсыларының оператив эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә уның йорт ҡыйығы аҫтында табылған 55,22 грамлыҡ үләнле матдә тартып алынды. Бынан тыш автомобилдә һаҡланған тәмәке ҡабындағы ваҡланған үлән дә экспертизаға ебәрелде. Тикшереү был матдәнең наркотик, атап әйткәндә, каннабис (марихуана) икәнлеген асыҡланы.

Икенсе осраҡта Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе 39 йәшлек ир, алдан билдәләнгән ваҡыт буйынса такси яллап, бер нисә танышы менән беҙҙең район биләмәһенә килә һәм ауылдарҙың береһендәге йорттоң баҡсаһында үҫкән мәк үләнен йыйып ала. Артабан ул табышын полимер пакетҡа тултырып, машинаның креслоһы аҫтына һала һәм водителде кире Магнитогорскиға ҡайтыуын һорай. Әммә юлда уларҙы «Мәк» профилактик операцияһы сиктәрендә эшләүсе юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары туҡтата һәм тикшереү барышында автомобилдәге наркотик матдә табыла. Уның дөйөм массаһы 200 грамдан ашыу тәшкил итә (был ҙур күләмдәге наркотик тип иҫәпләнә) һәм экспертиза ла үләнле составтың тыйылған наркотик — мәк һаламы икәнлеген раҫланы. Енәйәти уй менән сит кешенең машинаһында наркотик алып ҡайтып барған ир ғаиләле, уның өс балаһы бар. Ул быға тиклем дә урлашҡаны, кеше милкенә зыян килтергәне өсөн бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән.

Ике гражданға ла ҡарата РФ Енәйәт кодексы 228-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды һәм судҡа ебәрелде. Уларға ҙур күләмдә наркотик һаҡлағандары өсөн 10 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү, штраф янай.

Резеда ХӘСӘНОВА яҙып алды.
Читайте нас: