БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек буйынса селектор кәңәшмә уҙғарҙы. Уны министр урынбаҫары Ю. А. Палтусов алып барҙы. Кәңәшмә эшендә муниципаль район башлыҡтары урынбаҫарҙары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар вәкилдәре ҡатнашты.
Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Д. Р. Дияров үҙ сығышында газ менән йылытылыусы күп фатирлы йорттарҙа вентиляция системаһының эшләмәүе йәки бөтөнләй булмауына борсолоу белдерҙе. «Ағыулы газ бина эсендә ҡалыуы һәләкәткә килтереүе ихтимал», — тине Динар Рәүеф улы һәм вентиляция ҡоролмалары булмаған йорттарға, тикшереүҙән һуң газ биреү туҡтатыласағы хаҡында әйтте.
«ЭСКБ» ЯСЙ-һының генераль директоры урынбаҫары В. А. Михадюк энергия ҡулланыусы ойошмаларҙың бурысы бөгөнгө көнгә 570 миллион һум тәшкил итеүен хәтергә төшөрҙө. Бурыслы ойошмалар исемлегендә әбйәлилдәр ҙә бар. «Электр энергияһы биреү туҡтатылһа, ҡышҡы йылытыу миҙгеленә нисек әҙерләнергә уйлайһығыҙ? — тине ведомство вәкиле. — «ЭСКБ» диалог өсөн һәр ваҡыт асыҡ: мөрәжәғәт итегеҙ, яйлап түләү тураһында килешеү төҙөгөҙ».
Фатирҙарҙы айырым ҡаҙанлыҡ ярҙамында йылытыу мәсьәләһе буйынса сығыш яһаусы, министрлыҡтың техник үҫеш һәм энергияны һаҡлау буйынса бүлеге начальнигы урынбаҫары А. Р. Нәҙершин ҡыштың тиҙ арала килеп етеүе хаҡында әйтеп, блоклы ҡаҙанлыҡтарҙы ҡуйыу эшен оҙаҡлатмауҙы талап итте.
Белеүегеҙсә, был мәсьәлә беҙҙең район өсөн дә ят түгел. Ошоға тиклем Красная Башкирияла, Яҡтыкүлдә фатирҙар айырым йылытыу системаһына күсерелһә, быйыл Асҡарҙа күләмле эш планлаштырылған. Ошоға бәйле район башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов яуаплы етәкселәр, инженерҙар ҡатнашлығында тағы бер кәңәшмә уҙғарҙы. Атап әйткәндә, Фуат Рәфҡәт улы Т. Кусимов исемендәге гимназия, «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы, 61-се янғын һүндереү часы, эске эштәр бүлеге вәкилдәренән, шулай уҡ Р. Зорге һәм Р. Дәүләтов урамындағы фатирлы йорттар өсөн яуаплы кешеләрҙән йылылыҡ селтәрҙәренең таҙартылыуы, проект буйынса документтар әҙерлеге, ҡоролмаларҙы һаҡлау өсөн келәт булдырыу мөмкинлеге, һәр фатирға инеү өсөн хужаларын табыу зарурлығы, планировка буйынса үҙгәрештәр булһа, документтарҙы теүәлләү кәрәклеге хаҡында һорашып, отчет алды.