+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
3 Август 2018, 10:21

Йорт эсендә — плантация

«Мәк» операцияһының 23 июлдә старт алған өсөнсө этабы ошо аҙнала тамамланды.

«Мәк» операцияһының 23 июлдә старт алған өсөнсө этабы ошо аҙнала тамамланды. Эске эштәр бүлегенең наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса төркөмө хеҙмәткәрҙәре аҙна һайын наркотиктар ҡулланыу, һатыу һәм һаҡлау факттарын асыҡлау өҫтөндә маҡсатлы эш алып бара һәм был үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Профилактик сара барышында, Әбйәлилдә йәшәүселәрҙең уяулығы һәм полиция менән хеҙмәттәшлек итеүе арҡаһында беҙҙең район биләмәһендә быға тиклем теркәлмәгән енәйәтте асыҡлау мөмкин булды.

Аноним шылтыратыу буйынса оператив төркөм курорт төбәгендәге ауылдарҙың береһенә сыҡты һәм үҙ йортонда киндер үҫтереү менән шөғөлләнгән кешене асыҡланы. Тикшереү шуны күрһәтте: 40 йәшлек ир, үҙе ҡулланыу ниәте менән йортонда һәм теплицаһында махсус көршәктәрҙә киндер үҫтергән. Был маҡсатта ул ҙур булмаған майҙанды кәртәләп, йылылыҡты тотоусы материал менән көпләгән, диодлы лампалар, хатта вентиляция системаһы һәм таймер ҡуйған. Йәғни, зыянлы үҫемлекте күпләп культивациялау өсөн бөтә шарттар булдырған. Наркотик үҫемлек ҡыуаҡтарының буйы 2 метрҙан ашыу. Бынан тыш ир йәшәгән ихатала әҙер ҡатнашмалар һалынған ҡапсыҡтар ҙа табылды. «Барыһын да үҙем ҡулланыу өсөн эшләнем, өс йылға яҡын марихуана тартам», — тип аңлатты ул.

Бөтәһе 2 килограмдан ашыу наркотик үҫемлек һәм 40 грамм әҙер наркотик матдә тартып алынды, енәйәт эше ҡуҙғатылды.

«Мәк» операцияһы сиктәрендә шулай уҡ Әзербайжандан килгән ир тотолдо. Уның Рәсәй биләмәһендә эшләүгә һәм йәшәүгә рөхсәте булмай сыҡты. Етмәһә, ул машина эсендә порошок рәүешендә наркотик һаҡлаған һәм үҙе уны ҡулланған. Экспертиза был наркотиктың спайс икәнлеген күрһәтте.

Сәскә үҫтерергә яратыусылар шуны ла белергә тейеш: шәхси ихатала мәк сәскәһен 10 төптән артыҡ ултыртырға ярамай.

Райондаштар һәр ваҡыт шулай иғтибарлы һәм уяу булһа, наркотиктар менән бәйле шикле кешеләр тураһында беҙгә хәбәр итһә, ағыу таратыусылар, ҡулланыусыларҙы табыуы һәм яуаплылыҡҡа тарттырыуы еңелләшер ине.

Аноним шылтыратыуҙар 8-905-000-49-47, 8-967-737-00-02 һәм 2-22-01 (эске эштәр бүлегенең дежур часы) телефондары буйынса ҡабул ителә.

Тимур УЙЫЛДАНОВ,

наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу төркөмө оперуполномоченныйы.
Читайте нас: