+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
17 Август 2018, 10:38

«Мин йәйҙе нисек үткәрҙем?»

Йәйге каникулдар тамамланып, балалар мәктәпкә барғас, уҡыусыларға бирелгән тәүге өйгә эштәрҙең береһе булып «Мин йәйҙе нисек үткәрҙем?» темаһына инша яҙыу тора. Йыл һайын ҡабатланып, балалар-ҙың ғына түгел, ата-әсәләрҙең дә үҙәгенә үткән эш инде ул, дөрөҫөн әйткәндә.

Йәйге каникулдар тамамланып, балалар мәктәпкә барғас, уҡыусыларға бирелгән тәүге өйгә эштәрҙең береһе булып «Мин йәйҙе нисек үткәрҙем?» темаһына инша яҙыу тора. Йыл һайын ҡабатланып, балаларҙың ғына түгел, ата-әсәләрҙең дә үҙәгенә үткән эш инде ул, дөрөҫөн әйткәндә. Бер уҡыусы хатта, теләге булмаған теманы яҡтыртмаҫ өсөн, дәфтәренә: «Мин йәйҙе нисек үткәреүемдә һеҙҙең эшегеҙ булмаһын», — тип яҙып алып барған тигән лаҡап та йөрөй. Ә бына бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияның августағы ултырышына саҡырылған үҫмерҙәр йәйге мажаралары тураһында хәтәр инша яҙыр ине ул, мөмкинлек булһа. Комиссияла 9 эш ҡаралһа, шуларҙың өсәүһе — руль артында иҫерек йөрөгән йәш водителдәргә ҡағыла ине…

Водитель тип әйтеү ҙә урынһыҙ, сөнки уларға 18 йәш тулмаған һәм «права» алырға әлегә хоҡуҡтары юҡ. Шулай ҙа, машина, мотоцикл йә мопед йөрөтә белгәс, улар ҡасан водитель танытмаһы алғанды көтөп торамы һуң? Ҡыҙыҡһыныу, ҡайһы саҡта еңмешлек үҙенекен итә: атай менән әсәй күрмәҫ борон транспорт сараһын ихатанан алып сығып китә. Ярай, идара итеп кенә ҡараһа, юл ҡағиҙәләрен йүнләп белмәгән, яуаплылыҡ тоймаған балалар йә йәйәүлене, йә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы башҡа машинаны төкөтә, йә эскән булыуы арҡаһында автомобилгә идара итеү һәләтен юғалта. Юҡ-бар менән булышып, ата-әсәһен ҡаңғыртып йөрөгән малайҙарға ла оҡшамаған үҙҙәре — һәр береһе 9-сы кластан һуң ниндәйҙер училищела, колледжда белем ала, киләсәккә яҡты уйҙар йөрөтә, пландар ҡора. Әммә бер яңылыш аҙым арҡаһында ғаилә бюджетына ҙур ғына зыян килтерә — закон эскән килеш рулгә ултырған кешене 15 тәүлеккә тиклем иркенән мәхрүм итеүҙе йәки 30 мең һум штраф һалыуҙы талап итә. Шул уҡ мәлдә бәлиғ булмағандарҙы рәшәткә артына ултыртыу тыйыла. Тимәк, комиссия ағзалары бик теләмәһә лә, күп балалы ғаиләне, ата-әсәне йәлләһә лә, 30 мең һум штраф һалырға мәжбүр.

Был аҡсаға ғаилә балаларға уҡыу кәрәк-яраҡтары алыр, йә төҙөлөшкә, башҡа кәрәкле нәмәгә тотонор ине. Тик законды үтәү, ә иң мөһиме, боҙмау кәрәк. Йәшең тулмаған, ҡулыңда «права»ң юҡ икән — транспорт сараһына яҡын барма! Асҡар ауылында йәшәүсе егет, мәҫәлән, дуҫының мопедына иҫерек килеш ултырып, алда барған машинаны уҙырға маташа. Шул арҡала авария була. Ташбулат ауыл биләмәһендә йәшәүсе үҫмер машина менән төнөн йөрөгәндә ауылдаш ҡыҙыҡайҙы төкөтә, йәйәүле ауыр тән йәрәхәттәре ала. Уйламай яһалған аҙымдың аҙағы уғата үкенесле булыуы ла ихтимал.

Закон сығарыусылар иҫерек водителдәргә яза биреү тураһында документҡа ҡул ҡуйғанда, бәлиғ булмаған граждандарҙың да эсеп рулгә ултырыу мөмкинлеген күҙ уңында тотмағандыр, күрәһең. Ни тиһәң дә, эшләмәүсе, ата-әсә иҫәбенә уҡыусы баланың 30 мең һум штрафты түләй алмауы көн кеүек асыҡ. Уларға шул сумманың яртыһын һалыу ҙа етер ине, минеңсә. Күпселектә, ғаиләлә улар үҙе генә түгел, ҡусты-һеңлеләре бар, уларҙың да үҙ мохтажлыҡтары. Ауыл ерендә йәшәүсе ғаилә өсөн бигерәк ҙур сумма ул. Шуға ла комиссия ултырышына килгән әсәйҙәрҙең — илап, атайҙарҙың һүгенеп сығып китеүе һирәк күренеш түгел…

Тағы бер административ протокол буйынса саҡырылған ҡыҙ эсеп йөрөүгә йөрөмәгән (уға ла быйыл 17 йәш тула), тик кискеһен урамға сығыуы арҡаһында, конфликтлы хәлгә эләккән һәм тиҫтере менән һуғышып, уның тешен һындыра һуҡҡан. Көлөргә лә, илар-ға ла белеп булмай. Бер уйлаһаң — үҙен яҡлашҡан тиер инең. Тик был статья буйынса минималь штраф 5 мең һум тәшкил итә. Тағы ата-әсәгә баш ауырыуы.

Шуға күрә, был юлы балаларын тейешенсә тәрбиәләмәгән ата-әсәләргә түгел, ә ҙур тормошҡа аяҡ баҫырға торған ҡыҙ-егеттәргә мөрәжәғәт итә комиссия: теләк ҙур булһа ла, сәмләндереп торһалар ҙа, законды боҙоуға килтергән аҙым яһар алдынан ҡырҡ мәртәбә уйланығыҙ, әсәйегеҙҙе, атайығыҙҙы, һеҙгә ҡарап, өлгө алып торған кескәй туғандарығыҙҙы күҙ алдына килтерегеҙ. Киләсәгегеҙгә мөһөр һуҡмағыҙ. Барыһы ла тик һеҙҙең ҡулда.

Резеда ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: