+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
19 Октябрь 2018, 12:13

Юлдарҙа хәүефле хәл һаҡлана әле

Транспорт ағымы көслө булған, күрше өлкәнең автомобилдәре йыш үткән Әбйәлил юлдарында хәл көсөргәнешле ҡала.

Транспорт ағымы көслө булған, күрше өлкәнең автомобилдәре йыш үткән Әбйәлил юлдарында хәл көсөргәнешле ҡала. Быйыл айырыуса ҡарауһыҙ йөрөгән малдар ҡатнашлығында авариялар күп булыуы аяныслы. Һыйыр, йылҡы хужаларының битарафлығы, водителдәрҙең тиҙлек режимын күҙәтмәүе арҡаһында бындай юл-транспорт ваҡиғалары бөтә район буйынса теркәлә.

Шишәмбе иртәнсәк, мәҫәлән, Ҡушый ауылы эргәһендә Асҡар ауылынан 1988 йылғы водитель Рено Логан машинаһында Магнитогорск тарафына юлланғанда трассаға ҡапыл йүгереп сыҡҡан ҡолон менән бәрелеште. Авария һөҙөмтәһендә автомобиль механик зыян алды.

14 октябрҙә Әбйәлил ауылы эргәһендә, машинаға идара итеү хоҡуғы булмаған 1998 йылғы водитель тиҙлекте ныҡ арттырыуы сәбәпле, рулде тота алмайынса трассанан төшөп түңкәрелде. Бик ауыр тән йәрәхәттәре алған егет Белорет дауаханаһына оҙатылды.

Үткән аҙнала Әлмөхәмәт — Сибай трассаһында ҡурҡыныс юл фажиғәһе теркәлде — ҡырсынташлы юлда ВАЗ-2107 һәм КамАЗ автомобилдәре бәрелеште. Һөҙөмтәлә еңел автомобиль КамАЗ-дың аҫтына уҡ инеп китте. Был фажиғәлә Әлмөхәмәт ауылы кешеләре — ВАЗ-дың водителе һәм пассажиры ауыр тән йәрәхәттәре алып, «Ашығыс ярҙам» хеҙмәткәрҙәре килеп еткәнсе үк һәләк булды. Тикшереү бара.

Әле көндәр бер һыуытып, бер йылытып, ара-тирә ҡар йә ямғыр яуып тороуы арҡаһында, трассаларҙа хәл шәптән түгел. Иртәнге юлдың тайғаҡ булыу ихтималлығы ҙур. Шуға күрә, водителдәр һәр ваҡыт уяу булһын, тиҙлекте арттырмаһын, машина тәгәрмәстәрен ҡышҡы резинаға алмаштыра башлаһын ине. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ.

Альбина МУСИНА,

ЮХХДИ инспекторы.
Читайте нас: