+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
2 Ноябрь 2018, 12:08

Мутлыҡ тоҙағына эләкмәгеҙ

— тип мөрәжәғәт итә район халҡына полиция хеҙмәткәрҙәре.

— тип мөрәжәғәт итә район халҡына полиция хеҙмәткәрҙәре. Бөтәһе лә, хатта төпкөл ауылдарҙа йәшәүсе апа-инәйҙәр ҙә кеҫә телефондары менән ҡулланырға өйрәнгән мәлдә, кеше иҫәбенә байығырға теләүсе мут әҙәмдәр ҙә йоҡлап ятмай, көндән-көн яңы алымдар, хәйләкәр тоҙаҡтар уйлап табып ҡына тора. Халыҡты аң булырға саҡырып, гәзит-телевидение аша мәғлүмәт еткерелһә лә, кеше һаман да теләһә кемгә ышанып, көс түгеп тапҡан хәләл аҡсаһын күрмәгән-белмәгән әҙәмдәргә ебәрә лә ҡуя.

— Быйыл эске эштәр бүлегендә мутлыҡ осраҡтарына ҡағылышлы 26 енәйәт теркәлде, — ти полиция начальнигының йәмәғәт хәүефһеҙлеген һаҡлау буйынса урынбаҫары, майор Илһам Килдейәров. — Шуларҙың 12-һе банк карталарынан законһыҙ рәүештә аҡса сисеүгә бәйле. Райондаштар шуны ла иҫендә тотһон ине: телефон аша үҙенең банк картаһы реквизиттарын сит-ят кешеләргә хәбәр итеп, ирекле рәүештә аҡсаһын биреүгә ҡағылышлы енәйәттәрҙе асыуы, аҡсаны кире ҡайтарыуы үтә ауыр. Сөнки мутлыҡ ҡылыусылар Башҡортостандан түгел, Рәсәйҙең теләһә ҡайһы төбәгенән, союздаш республикаларҙан да булыуы ихтимал.

Мәҫәлән, Асҡар ауылы кешеһе, мунса һатам, тип иғлан бирә. Мунсаны һатып алырға теләүсе табыла һәм ул күрһәтелгән номерға шылтыратып, аванс түләү теләген белдерә. «Аҡсаны күсерер өсөн банк картағыҙҙың реквизиттары кәрәк», — ти. Бер ни уйламаған райондашыбыҙ телефон аша танышҡан, бер ҡасан күрмәгән кешегә реквизиттарын әйтеүе була, уның банк картаһындағы 9 мең һум аҡсаһынан елдәр иҫә.

Зеленая Поляна ауылында йәшәүсе ир «Авито» сайтында үҙенә оҡшаған автомобиль таба һәм күрһәтелгән номерға шылтырата. Трубканың теге яғындағы абонент: «Машинаны алып өлгөрөргә теләһәгеҙ, бер аҙ сумманы түләргә кәрәк буласаҡ», — тип иҫкәртә, юғиһә икенсе һатып алыусы эргәмдә тора, ти. Транспорт сараһын ҡулдан ысҡындырырға теләмәүсе кеше күрһәтелгән иҫәпкә 39 мең һум аҡсаны күсерә. Бынан һуң инде машина хужаһы эҙһеҙ юғала.

Йәнгелдә йәшәүсе оло йәштәге инәйгә ҡарата мутлыҡтың билдәле схемаһын ҡулланалар: «Улығыҙ аварияға эләкте, кешегә зыян килтерҙе, уны ҡотҡарыу өсөн билдәле сумманы ашығыс рәүештә ебәрегеҙ», — тип шылтыраталар. Бер кем менән кәңәшләшмәй, инәй аҡсаһын күсерә. Күп тә үтмәй, уға йәнә шылтыраталар һәм был ғына сумма аҙ тип, тағы аҡса һорайҙар. Аптыранған оло кеше тағы ла аҡса ебәрмәксе булып, урамға сыҡһа, бер ни булмағандай ихатаға инеп килгән улын күреп ҡала!

Телефон аша мутлашыусыларҙан тыш, социаль селтәрҙәге шәхси биттәрҙең паролен асып, бәйләнештәр исемлегендәге дуҫ-туғандарҙан үтескә аҡса һораусылар ҙа бар.

Тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: аҡсаға бәйле ниндәйҙер аҙым яһар алдынан мотлаҡ берәйһе менән, юридик белемле кеше булһа бигерәк тә яҡшы, кәңәшләшегеҙ, туғандарығыҙға шылтыратығыҙ. Банк картағыҙ ябылды, уны яңынан асыр өсөн банкоматҡа барығыҙ йәки реквизиттарығыҙҙы әйтегеҙ, тиеүселәргә ышанмағыҙ. Банк ундай смс-хәбәрҙәр ебәрмәй. Бик тә булмаһа банктың «ҡыҙыу линия»һына (номер картаның артында күрһәтелгән) шылтыратырға мөмкин.

Автомобиль оттоғоҙ, тик уны алыр өсөн аҡса ебәрегеҙ тип әйтеүселәр ҙә алдаҡсы була. Бер ниндәй приз эләкмәйәсәк.

Социаль хеҙмәткәр, медик йә башҡа учреждение вәкиле булып шылтыратып, туғанығыҙ ауыр хәлдә йәки сиргә дусар булды, дарыуға аҡса кәрәк тигән кешеләр ҙә һеҙҙе алдай.

Ғөмүмән, уяу булығыҙ!

Р. МӨХӘМӘҘИЕВА әҙерләне.
Читайте нас: