Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан тура килгән өс көн ял, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, район юлдарында тыныс үтмәне. Теркәлгән юл-транспорт ваҡиғалары араһында кеше үлеменә килтергәне лә, бала ҡатнашлығында булғаны ла бар.
Сиҙәм ауылынан 12 йәшлек кенә (!) малай мопедта йөрөп килергә була. Билдәле, уның транспорт сараһына идара итергә хоҡуғы, шлемы ла булмай, янына 10-сы класта уҡыған ҡыҙҙы ултыртып ала. Алыҫ та китергә өлгөрмәй улар: дөрөҫ тиҙлекте һайламауы, юл ҡағиҙәләрен белмәүе арҡаһында йәш водитель трассанан төшөп түңкәрелә. Үкенесле, әммә авария малай өсөн аяныслы тамамлана, ул ауыр тән йәрәхәттәре алып, Белорет дауаханаһына оҙатыла. Ҡыҙыҡайға ла медицина ярҙамы талап ителә. Бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы авария буйынса тикшереү бара.
Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск трассаһында 60 йәшлек водитель микроавтобусҡа идара иткәндә, ЮХХДИ инспекторҙары әйтеүенсә, йөрәк өйәнәгенә дусар була. Шул арҡала ул рулгә идара итә алмай, юлдан төшөп китә һәм «Ашығыс ярҙам» машинаһы килеп еткәнсе ваҡиға урынында йән бирә.
Ә инде иң үҙәккә үткәне: ҡарауһыҙ йөрөгән малдар арҡаһында булған юл-транспорт ваҡиғалары. Берәй автомо-билдең атҡа, һыйырға йә булмаһа һарыҡҡа төкөлмәй ҡалған көнө юҡ, шикелле. Районыбыҙҙың ҡайһы ғына тарафына сыҡма, трассала өйөрө менән йылҡы тора, йә көтөү-көтөү һыйыр йөрөй — хужалары уларҙы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға хәүеф тыуҙыра тип уйлап та бирмәй. Шәмбе иртәнсәк Магнитогорск — Аэропорт трассаһында билдәһеҙ водитель йылҡыны төкөтә һәм ваҡиға урынын ҡалдырып, артабан китә. Ҡанға батҡан малҡай юлда ятып ҡала. Күп тә үтмәй (әле ҡараңғы була) Магнитогорск ҡалаһынан булған водитель «Лада Гранта» автомобилендә ат өҫтөнә барып менә. Һөҙөмтәлә, машина юлда уҡ әйләнеп китә, водитель ауыр тән йәрәхәттәре ала. Шулай уҡ ял көндәрендә Ҡолоҡас ауылы эргәһендә, киске сәғәт 10 тирәһендә ВАЗ-2110 машинаһына идара итеүсе водитель юл аша сығып барған ат менән бәрелешә. Был ваҡиғала ла транспорт сараһына ҙур зыян килә, водитель яралана. Ә шишәмбегә ҡараған төндә иһә Асҡар — Хәлил юлында, Рауил ауылы эргәһендә «Лада Калина» машинаһындағы егет, тәүлектең ҡараңғы ваҡытында юлда торған һыйырға барып бәрелә. Һөҙөмтәлә автомобилдең алғы яғы, тәҙрәләре селпәрәмә килә, ә 19 йәшлек водитель һәм уның пассажиры йәрәхәтләнә.
Һуңғы осорҙа йышайып киткән ошондай юл-транспорт ваҡиғаларына ҡарата тейешле органдар етәкселәре лә үҙ фекерен белдерҙе.
Рәшит Динисламов, ЮХХДИ начальнигы:
— Транспорт сараларының малдар менән бәрелешеүенең төп сәбәбе — көтөү ойошторолмауы. Нимә генә тип әйтмә, һыйыр ҙа, йылҡы ла юлда торорға тейеш түгел. Уларҙың урыны — көтөүлектә. Икенсенән, йылҡыларҙа бер ниндәй билдә (тавро), бирка булмауы. Әгәр аварияға сәбәпсе булған малдың хужаһын бирка аша асыҡлаһаҡ, инспекторҙар уға административ протокол төҙөп, шуның нигеҙендә автоһәүәҫкәр суд аша матди йәки әхлаҡи зыян түләтеү мөмкинлегенә эйә булыр ине. Һирәк хужа төкөлөп үлгән малды үҙенеке итеп таный. Бер ниндәй штраф түләмәй, шуға ла йылҡы-һыйырҙарын көтөүһеҙ йөрөтөүен дауам итә. Шул уҡ мәлдә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә «Водитель транспорт сараһын хәүефһеҙ тиҙлектә, үҙенә һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы башҡа кешеләргә зыян итмәҫлек итеп идара итергә тейеш», тигән пункт бар. Йылҡы йәй буйы ла юлда тора, хәҙер боҙлауыҡ башланып, асфальтҡа тоҙ йә башҡа реагент һибелһә, тағы шунда сығып баҫа. Көн һыуынып, ауылдарҙа көтөү туҡтағас, аттар янына һыйырҙары ла өҫтәлә. Тимәк, водителдәргә лә уяулыҡ ҡамасауламай. Тиҙлекте арттырмағыҙ, юлда торған малды яйлап, ипләп кенә уҙып китергә тырышығыҙ, ҡапыл сигнал биреп тә өркөтмәгеҙ.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юлда именлек булдырыу, күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында көндө төнгә ялғап эшләй. Трассала эшләүсе экипаж юлда йөрөгән йылҡы өйөрөн күрә икән, берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратып, хәбәр итә. Улар, үҙ сиратында, малдар ҡарауһыҙ йөрөгән ауыл биләмәһе етәкселегенә әйтеп, иҫкәртә. Водителдәр ҙә юлда хәүеф тыуҙырып, мал тороуы хаҡында диспетчерҙарға шылтырата ала. 10 сентябрҙән район биләмәһендә «Мал» профилактик сараһы башланды. Уның сиктәрендә юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары, оперуполномоченный, участка инспекторы менән берлектә ауыл биләмәләрендә малдарҙың көтөүһеҙ йөрөүен иҫкәртеү, мал урлаусыларҙы асыҡлау йүнәлешендә эшләй.
Ғилметдин Шөғүров, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы:
— Быйыл яҙ көнүҙәк мәсьәләгә ҡағылышлы ҙур кәңәшмә уҙғарҙыҡ. Уның эшендә йылҡы аҫраусылар, КФХ етәкселәре, ДРСУ, эске эштәр бүлеге вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм башҡалар ҡатнашты. Кәңәшмәнең ҡарарына ярашлы, мал күп йөрөгән урындарҙа тейешле юл билдәләре ҡуйырға, шәхси ихаталарҙа, хужалыҡтарҙа, ғөмүмән, районда булған бөтә малды биркаларға, ауылдарҙа мотлаҡ көтөү ойошторорға тигән талап ҡуйылды. Бөгөнгө көнгә нимәләр эшләнде? Тейешле юл билдәләре ҡуйыу һүлпән бара, көтөү ҙә бөтә ауылдарҙа бар тип әйтеп булмай. Ә малдарҙы биркалауҙы башланыҡ. Һыйыр малы буйынса эш аҙағына яҡынлаша, тиҙҙән ваҡ малға тотонабыҙ. Ә йылҡы өйөрҙәренә чип ҡуйыу талабы тора. Әйтеүебеҙсә, чиптың хаҡы ҡыйбат түгел: берәүһе 130 һум. Уларҙы йылҡы хужаһы үҙе һатып алырға бурыслы. Биш ат аҫрайһың икән, 650 һумға чиптар һатып ала алмайһыңмы ни?
Районда бөгөн 10200 баш йылҡы иҫәпләнә. Дүрт тоҡомсолоҡ хужалығы бар. Бына уларҙа эш яҡшы ҡуйылған. Мәҫәлән, Амангилде ауыл биләмәһендәге «Көньяҡ Урал» хужалығында 400-ҙән ашыу баш ат булһа, уларҙың барыһына ла чип ҡуйылды, тейешле прививкалар эшләнде, өйөрҙө көтөүсе ҡарай. Тимәк, аттар төнөн юлда йөрөмөй. Көтөүсегә 15 мең һумға тиклем эш хаҡы түләнә. Шәхси ихатала йылҡы аҫраусылар көтөүсе яллай алмай икән, аттарын төнгөлөккә үҙҙәре йыйып алырға бурыслы. Ауылдарҙа эшһеҙ ятҡан ир-егеттәр күп, шул уҡ мәлдә көтөүсе булып сығырға теләүсе табылмай. 15 мең һум ауыл ерендә әҙ аҡсамы ни? Малдар ҙа ҡараулы булыр, юл йөрөгән водителдәр ҙә бәләгә тарымаҫ ине. Бары тик яуаплылыҡ кәрәк.