+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
9 Ноябрь 2018, 12:15

Замана афәтенә ҡаршы торорға

Иртәгә — Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр органдары хеҙмәткәре көнө.

Иртәгә — Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр органдары хеҙмәткәре көнө.

РФ Президенты В. Путиндың 2016 йылдың апрелендәге ҡарары менән Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәт бөтөрөлгәс, уның вәкәләттәре Эске эштәр министрлығы ҡарамағына күсте һәм ике йыл дауамында үҙгәртеп ҡоролдо. Эске эштәр министрлығында Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса баш идаралыҡ булдырылды. Ярашлы рәүештә, райондарҙағы эске эштәр бүлектәрендә лә тейешле хеҙмәт ойоштороу бурысы ҡуйылды.

Ҙур ҡала һәм Силәбе өлкәһе менән сиктәш урынлашҡан Әбйәлилдә наркотиктар әйләнеше көнүҙәк мәсьәлә һанала, сөнки район аша ниндәй генә кеше үтмәй һәм уларҙың барыһы ла изге ниәт менән йөрөй тип әйтеп булмай. Эске эштәр бүлегендә 2017 йылда ойошторолған наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса төркөмгә оперуполномоченныйҙар итеп, йәш, перспективалы хеҙмәткәрҙәр Тимур Уйылданов менән Илшат Дауытов тәғәйенләнә. Хоҡуҡ һаҡсылары полиция начальнигының оператив эшмәкәрлек буйынса урынбаҫары, подполковник Илнур Солтановтың ҡул аҫтында эшләй.

Асҡар егете Т. Уйылданов БДУ-ның Сибай институтын тамамлағандан һуң, хәрби бурысын үтәп ҡайта. Эске эштәр бүлегендә ул тәүҙә бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор булып хеҙмәт итә, һуңынан енәйәти эҙләү бүлегенә күсерелә. Хәҙер ул төркөмдөң өлкән оперуполномоченныйы. Әбделмәмбәт мәктәбен тамамлаған И. Дауытов иһә иҡтисади колледжда юридик белем ала, шулай уҡ ил алдындағы изге бурысын үтәй. Хеҙмәт юлын патруль-пост полицейскийы булып башлай. Бер аҙҙан енәйәти эҙләү бүлегенә алына, бында ла ул наркотиктар ҡулланыусы һәм таратыусыларҙы эҙләү, яуаплылыҡҡа тарттырыу йүнәлешендә һөҙөмтәле эшләй.

Һөнәри байрамдары уңайынан еңел булмаған хеҙмәттә эшләүсе оперуполномоченныйҙар менән замана афәтен иҫкәртеү, районда был юҫыҡта хәл-торош тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

— Берәү ҙә үҙе «мин наркоман» тип әйтеп тормай, йәки ағыу менән сауҙа итеүе хаҡында иғлан яҙып элмәй. Ундай кешеләрҙе асыҡлау ысулдары ниндәй?

Тимур: Беҙҙең эш башлыса оператив алынған мәғлүмәт нигеҙендә башҡарыла. Район биләмәһендә наркотик йыйыу менән шөғөлләнгән йәки сит өлкәнән килеп, бында дуҫтары менән ағыулы матдә ҡулланырға ниәтләгән кешеләр тураһында хәбәрҙар булыу менән йүнәлешле эш башлана. Автомобилендә наркотик алып китеп барыусылар «Мәк» профилактик сараһы сиктәрендә, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә асыҡлана.

— Тимәк, наркомандарҙың күбеһе — күрше өлкә кешеләре?

Илшат: Эйе. Магнитогорск ҡалаһы, Силәбе өлкәһе ауылдарында йәшәүсе граждандар беҙҙең биләмәлә эләгеп, яуаплылыҡҡа тарттырыла. Быйыл Красноярскиҙан килеп район эсендә наркотик йәшерергә маташыусы әҙәм тотолдо. Бер Азербайжан кешеһенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды.

— Быйыл һеҙҙең төркөм тарафынан нисә енәйәт асыҡланды?

Тимур: Ағымдағы йылдың 10 айында наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә бәйле 21 енәйәт эше ҡуҙғатылды, 17 административ протокол төҙөлдө. Бөтәһе 35,5 грамм синтетик наркотик, 10 килограмға яҡын марихуана тартып алынды. Шуларҙың бер нисәүһенә туҡталып үтергә мөмкин: район ауылдарының береһендә йәшәүсе дуҫына ҡунаҡҡа килгән Магнитогорск ҡалаһы кешеһе синтетик наркотик ҡулланып, фалижға дусар була һәм эшләп торған плитә өҫтөнә ҡолауы арҡаһында тәне янып, дауаханала йән бирә. Курорт төбәгендәге ауылда йорт алған ир, бер бүлмә эсендә марихуана үҫтереп маташа. Бының өсөн ул хатта температураһы, һыу биреү системаһы көйләнгән хәтәр плантация булдыра. Ҡаланан килеп аэропорт эргәһендә киндер үләне йыйып йөрөгән ғаилә яуаплылыҡҡа тарттырылды. Быларҙан тыш, район биләмәһендә эшләүгә лицензияһы булмайынса, законһыҙ рәүештә, наркомандар өсөн дауалау үҙәге булдырған ойошма асыҡланды, тикшереү бара. Иҫәптә торған 5 кешегә нарколог кабинетында дауалау курсы тәғәйенләнде, уларҙың икәүһе Әбйәлилдән.

— Һуңғы йылдарҙа йәштәр араһында «дизайнер» йәғни синтетик наркотик киң таралыу таба. Уларҙың ҡайһы берҙәре төрлө тоҙ, сәй кеүек атамалар артына йәшенеп тә асыҡ һатыла. Был ағыулы матдәләрҙе ҡулланыу эҙемтәләре хаҡында һөйләп үтһәгеҙ ине...

Илшат: «Соль», «спайс» тип танылыу тапҡан, химик ысул менән эшләнгән наркотик ниндәй генә формала яһалмай, ул ағас онтағы, үлән, сәй, ҡағыҙ, хатта дарыу үләне рәүешендә лә булырға мөмкин. Ул MDPV, MDMB, AB-PINACA, AB-FUBINACA кеүек психоактив матдәләр ҡушылған шыйыҡса кеүек эшләнә һәм үрҙә әйтелгән массаларға һиптерелә һ.б. Нигеҙҙә уны тәмәке кеүек төрөп тартып ҡулланалар. Ә эҙемтәләре ҡот осҡос. Ҡабул иткәндән һуң 15 минут эсендә ул организмға тарала һәм үҙенең мәкерле юлын башлай. Тәү сиратта баш мейеһен зарарлай, галлюцинация барлыҡҡа килтерә. Ҡанда ай дауамында һаҡланып, кешене тағы һәм тағы уны ҡабул итеүгә этәрә. Наркотикты ҡыҙыҡ өсөн ҡулланып ҡараған кеше лә тиҙ генә әүәҫләнә, дозаһын да самаламай. Шул арҡала фалиж һуғыу, йөрәк өйәнәге, тартышыу, урам уртаһында ҡоҫоп, тәгәрәп ятыу кеүек афәткә дусар була. Берәүҙәре уның артынан күҙәтәләр тип уйлап, шкаф, баҙ эсенә йәшеренергә маташа, кейемдәр араһына күмелеп ята. Икенселәре ғаилә ағзаларын, туғандарын януар йә иблес итеп күреп, уларға һөжүм итергә, хатта үлтерергә ынтыла. Өсөнсөләре үҙен күбәләкме, ҡошмо итеп хис итеп, тәҙрәнән «осоп сығырға» теләй. Наркомандарҙың күбеһе гепатит, ВИЧ кеүек ҡурҡыныс сирҙәргә дусар.

Шуны белеү кәрәк: синтетик наркотик үлемгә килтерә. Үлмәгән осраҡта ла кешенең мейеһенә төҙәтеп булмаҫлыҡ йәрәхәт һалына һәм ул йә комаға китә, йә аңраға әйләнә.

Тимур: Әйткәндәй, «синтетика»ның химик формулаһы йылдан-йыл үҙгәреп, тағы ла үҙенсәлеклерәк була бара. Экспертиза берәүһен наркотик итеп тыйырға өлгөрмәй, урынына яңылары уйлап табыла. Еңел наркотик тигән төшөнсә юҡ. Ә наркоман икән, тимәк енәйәтсе тигән һүҙ. Бер нисә грамм менән генә тотолған кешегә лә енәйәт эше асыла, уның өсөн 10 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү янай.

Резеда ХӘСӘНОВА.

Читайте нас: