+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
22 Ғинуар 2019, 13:17

Ҡоралға рөхсәт ҡағыҙының мөҙҙәте тураһында онотмағыҙ

Росгвардия составында булған лицензия-рөхсәт хеҙмәте «Ҡорал тураһында»ғы РФ Законының үтәлешен иҫегеҙгә төшөрә.

Росгвардия составында булған лицензия-рөхсәт хеҙмәте «Ҡорал тураһында»ғы РФ Законының үтәлешен иҫегеҙгә төшөрә.

Ҡорал һаҡлауға һәм йөрөтөүгә лицензияһы булған граждандар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының мөҙҙәте тураһында онотмаһа ине. Ҡорал йөрөтөүгә рөхсәт ҡағыҙы теркәлгән урын буйынса эшләп килгән лицензия-рөхсәт хеҙмәтендә бирелә. Уны алыу өсөн лицензия рөхсәте сығыуға бер ай тулмаҫ борон ғариза яҙыр кәрәк (дәүләт хеҙмәттәре порталы аша электрон рәүештә лә мөмкин).

Шәхси ҡоралы булған кешеләргә хәүефһеҙлек талаптарын үтәү өсөн бер нисә ҡағиҙәне иҫтә тотоу мотлаҡ:

- ҡоралды һатып алғандан һуң ике аҙна эсендә теркәргә кәрәк, йәшәү урынын алмаштырған осраҡта ла лицензия-рөхсәт хеҙмәтенә мөрәжәғәт итегеҙ. Теркәү ваҡытын уҙғарып ебәргән өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған;

- мылтыҡ махсус сейфта, хәүефһеҙ шарттарҙа һаҡланырға, уны сит кешеләр алыу мөмкинлеге булмаҫҡа тейеш;

- ҡоралды юғалтҡан йәки урлатҡан осраҡта шул уҡ көндә лицензия-рөхсәт хеҙмәтен иҫкәртегеҙ йәки эске эштәр бүлегенең дежур часына мөрәжәғәт итегеҙ;

- атыу мөмкин булмаған, эшлектән сыҡҡан ҡоралды артабан юҡ итеү өсөн шулай уҡ лицензия-рөхсәт хеҙмәтенә тапшырырға кәрәк була;

- ҡорал эйәһе эскелек менән мауыҡһа, оҙайлы сиргә дусар булһа йәки вафат булһа, уның туғандары ла эске эштәр бүлегенә ҡорал барлығы тураһында хәбәр итеп, уны артабан теркәү йәки тапшырыу сараһын күрергә тейеш. Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (34792) 3-03-17, 02.

- митинг, урам хәрәкәттәре, демонстрация, пикет кеүек кеше күп ҡатнашҡан сараларға мылтыҡ, пневматик пистолеттарҙы йөрөтөргә ярамай. Бынан тыш кафе, ресторан һымаҡ күңел асыу урындарына ла ҡорал алып бармауығыҙ хәйерле.

Ҡорал һаҡлау һәм йөрөтөү шарттарын боҙоу, теркәү ваҡытын үткәреп ебәреү үҙегеҙ өсөн дә, яҡын-дарығыҙ өсөн дә хәүефле икәнлеген онотмағыҙ.

Н. АНДРИЯНОВ,

Росгвардияның БР буйынса идаралығының лицензия-рөхсәт хеҙмәте инспекторы.
Читайте нас: