+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
22 Март 2019, 11:34

Балыҡсылар ҙа законды үтәргә тейеш

Йылға-күлдәрҙә балыҡ тотоу, ау һалыу балыҡ ыуылдырыҡ сәскән мәлдә тыйыла.

2018 йылдың 3 ноябрендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һыу ресурстарына зыян килтереүселәргә ҡарата яңы штрафтар күләмен билдәләне. Беҙҙең район биләмәһендәге һыу ятҡылыҡтарында үрсегән балыҡтар ҙа был исемлектә бар. Мәҫәлән, законһыҙ рәүештә тотҡан суртан, йәйен, ағасаҡ (жерех), һаҙандың бер данаһы өсөн — 925 һум, опто (язь), шамбы, ҡарабалыҡ, ҡормандың бер данаһы өсөн — 500 һум, табан балыҡ, алабуға, ажау өсөн 250 һум штраф ҡаралған.

Йылға-күлдәрҙә балыҡ тотоу, ау һалыу балыҡ ыуылдырыҡ сәскән мәлдә тыйыла. Бынан тыш һыу ресурстарында тыйылған ысулдарҙы ҡулланып балыҡ тотоусыларға башҡа миҙгелдәрҙә лә енәйәт эше асыласаҡ икәнлеген оноторға ярамай. Тыйылған ысулдарға электр тогы, шартлатҡыстар ҡулланыу, балыҡтарҙы ау, йылым ҡулланып тотоу инә. РФ Енәйәт кодексының 256-сы статьяһына ярашлы, бер нисә кешенән торған төркөм менән, балыҡты күпләп ҡырыусы ысул файҙаланып, һунарға сыҡҡан граждандарға ла енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Үкенескә ҡаршы, Әбйәлилдә браконьерҙар һаны кәмемәй. Улар балыҡ ыуылдырыҡ сәскән мәлдә лә үҙенең ҡара эшен туҡтатмай, ҡомһоҙлоғон еңә алмай. Былтыр, мәҫәлән, тәүтикшереү бүлегендә Енәйәт кодексының 256-сы статьяһы буйынса, күпләп балыҡ тотоусыларға ҡарата ҡуҙғатылған 10 эш ҡаралды. Сыбаркүл, Мауыҙҙы, Төньяҡ Үләнде, Сабаҡты күлдәрендә, Дарыулы йылғаһы быуаһында, Йәнгел йылғаһында 50-нән алып 300 данаға тиклем балыҡ тотҡан граждандар яуаплылыҡҡа тарттырылды. Улар, ошо миҙгелдә ау һалырға ярамағанлығын белә тороп, һыу ятҡылығына сыға, йыш ҡына кәмә ҡуллана, һыу ресурстарына ҙур зыян килтерә. Бындай осраҡтар артабан да иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, райондың һыу ятҡылыҡтарында балыҡ тотоусылар йыл әйләнәһенә хоҡуҡ һаҡсыларының даими күҙәтеүе аҫтында буласаҡ.

Заһир ХӘСӘНОВ,

тәүтикшереүсе.
Читайте нас: