+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
12 Апрель 2019, 12:03

Килемде йәшерергә ярамай

Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең йыллыҡ килеме тураһында мәғлүмәт тапшырырға тейеш.

Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы һәм «Коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында»ғы законды үтәү маҡсатында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең йыллыҡ килеме тураһында мәғлүмәт тапшырырға тейеш. Был яуаплы эштең төп талаптары хаҡында район хакимиәтенең баш юрисконсульты А. Б. Миянов бәйән итте.

— Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан 2018 йыл өсөн килем, сығым һәм милек тураһында мәғлүмәт тапшырыу башланды. Декларациялар ҡабул итеүҙең һуңғы көнө — 30 апрель. Мәғлүмәттәр район хакимиәтенең кадрҙар менән эшләү һәм хоҡуҡи тәьминәт бүлегендә ҡабул ителә. Белешмәләрҙең дөрөҫ тултырылыуын ҡарап сығыу өсөн ваҡыт кәрәк, шуның өсөн һуңғы көнгә ҡалырға ярамай, — тине Азат Булат улы. — Отпуск йәки оҙайлы командировкаға киткән осраҡта, декларацияны алдан тапшырыу хәйерле.

Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр үҙенең, тормош иптәшенең һәм балаларының килеме тураһында мәғлүмәт бирергә бурыслы. Әгәр ғаиләлә дүрт кеше икән, тимәк дүрт белешмә тапшырыла. Ике ғаилә ағзаһының килемен бер белешмәгә индереү дөрөҫ түгел. Үтеп киткән йылдың 1 ғинуарынан 31 декабренә тиклем килемдәре, шулай уҡ милек, транспорт саралары, ҡиммәтле ҡағыҙҙар хаҡында мәғлүмәт күрһәтелә.

«Коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында»ғы федераль закондың 8-се статьяһының 9-сы пунктына ярашлы, килем тураһында мәғлүмәт тапшырмаған өсөн биләгән вазифанан бушатыу ҡаралған.

— Муниципаль район һәм ауыл Советы депутаттары республика Башлығы аппаратына, коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса комитетҡа йыллыҡ декларацияларын тапшырҙы. Етәкселәр, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәргә лә был мөһим эште тиҙләтергә кәрәк, — тип белдерҙе А. Миянов.

Мәғлүмәттәр ҡулъяҙма рәүешендә ҡабул ителмәй, улар махсус программалар системаһынан (Справки БК) алынып тултырыла. Был эште тәүгә башҡарғандар йәки ҡыйынһынғандар өсөн РФ Хеҙмәт министрлығы декларация тапшырыу буйынса методик ҡулланма әҙерләгән, уны интернетта ҡарарға була.

Д. САФИУЛЛИНА.


Читайте нас: