-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
19 Апрель 2019, 12:21

Парковка өсөн штрафтар артты

Башҡортостан парламентарийҙары транспорт сараларын газонға ҡуйған өсөн штраф һалыу тураһында закон проектын раҫланы.

Башҡортостан парламентарийҙары транспорт сараларын газонға ҡуйған өсөн штраф һалыу тураһында закон проектын раҫланы.

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың парковка дисциплинаһы булдырыу тураһында йөкләмәһен үтәп, депутаттар дөрөҫ закон ҡабул итте. Был хаҡта нимәләр белергә кәрәк?

Штрафтар түбәндәгесә:

Граждандар өсөн — 1 – 2 мең һум;

Вазифауи кешеләр өсөн — 5 – 10 мең һум;

Юридик берәмектәр өсөн — 20 – 30 мең һум.

Икенсе тапҡыр законды боҙған өсөн штрафты икеләтә арттырып түләргә тура киләсәк.

Протокол төҙөү һәм штраф яҙыу урындағы административ комиссиялар иңендә була.

Биләмәлә йәшәүселәр газонға, балалар майҙансығына менеп ҡунаҡлаған автомобилде фотоға төшөрөп, административ комиссияға ебәрә ала. Тик аноним мөрәжәғәттәр ҡабул ителмәй. Хоҡуҡ боҙоу осрағын дәлилләү өсөн махсус бланк тултырырға, үҙеңдең исем-шәрифеңде, телефоныңды күрһәтергә һәм фотоның ҡайһы урында төшөрөлөүен билдәләргә кәрәк. Фото йәки видео сифатлы булырға, унда автомобилдең газонда, балалар майҙансығында, ниндәй ихата эсендә торғанлығы асыҡ күренергә тейеш. Мөрәжәғәтте административ комиссияның электрон адресына ебәрергә мөмкин.

20 көн эсендә түләгәндә, 50 процент ташлама был төр административ штрафҡа ҡағылмай, ул юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең бер нисә пунктын ғына үҙ эсенә ала.

Тротуарға менгән өсөн штраф был законға индерелмәне, сөнки бындай штраф бар. Ул РФ Административ кодексының 12.19-сы статьяһының 3-сө пунктында аныҡланған. Тротуар өсөн протоколды ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре төҙөй.

Парковка ҡағиҙәһен боҙған автомобиль эвакуацияланмаясаҡ.

«Газон» тигәндә йәшелләндерелгән, клумбалар ҡуйылған, ситенән бордюр һалынған, төҙөкләндерелгән биләмәне аңларға кәрәк.

Яңы законға ҡағылышлы һорауҙарығыҙ булһа, муниципаль район хакимиәтендәге административ комиссияға йәки БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының административ комиссиялар буйынса эш бүлегенә шылтыратырға була: 8 (347) 218-10-34.

Р. МӘСӘЛИМОВА.


Читайте нас: