+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
24 Май 2019, 11:36

Киндер эҙләп, баҫыу буйлап...

«Мәк» профилактик операцияһы сиктәрендә.

«Мәк» профилактик операцияһы сиктәрендә район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре Магнитогорск — аэропорт трассаһында ҡалаға табан йүнәлеүсе Рено Логан автомобилен туҡтата. Машинаның багажнигында үләнле матдә һалынған ҡапсыҡ табыла. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, Магнитогорск ҡалаһы кешеһе, киләсәктә үҙе ҡулланыу ниәте менән беҙҙең район биләмәһендә үҫкән киндер үләнен йыйып ала һәм ҡапсыҡҡа тултырып, ҡайтып бара. Экспертиза үләндең 840,25 грамм икәнлеген һәм наркотик матдә — каннабис (марихуана) булыуын раҫланы. Марихуана Рәсәйҙә тыйылған наркотиктар иҫәбенә инә һәм уны ҙур күләмдә һаҡлаусы граждандарға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла. Шулай итеп, наркотик ҡулланырға теләгән иргә ҡарата РФ Енәйәт кодексының 228-се статьяһы, 2-се өлөшө буйынса эш асылды, тикшереү бара. Был статья буйынса 8 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

А. АЛПАРОВА,

тәфтиш бүлеге начальнигы.


Читайте нас: