+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
31 Май 2019, 11:42

Сүп-сар реформаһы тейешенсә үтәлмәй

Район прокуратураһы «Эко-Сити» төбәк операторы тарафынан ҡаты ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса закон талаптары үтәлешен тикшерҙе.

Район прокуратураһы «Эко-Сити» төбәк операторы тарафынан ҡаты ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса закон талаптары үтәлешен тикшерҙе.

Асыҡланыуынса, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары төбәк операторы графигы буйынса Асҡарҙа аҙнаһына бер, ауылдарҙа айына бер тапҡыр сығарыла. Ә санитар-эпидемиологик талаптарға ярашлы, сүп-сарҙы йыйыу һәм һаҡлау урындарында уның туҙып ятыуы, сереүенә юл ҡуйылырға тейеш түгел. Һалҡын миҙгелдә ҡалдыҡтарҙы һаҡлау өс тәүлектән, яҙғы-йәйге осорҙа бер тәүлектән артмаҫҡа тейеш. Йәғни, йыйылған сүп-сарҙың көн һайын сығарылыуы мотлаҡ.

Ошо талаптарҙы үтәмәгән «Эко-Сити» төбәк операторы етәкселегенә законды боҙоуы тураһында күрһәтмә ебәрелде, акт буйынса тикшереү бара.

Б. АҪЫЛҒУЖИН,

район прокуроры.
Читайте нас: