+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
2 Август 2019, 11:40

60 мең һумлыҡ түшәк

Кешенең хәләл аҡсаһын алдыҡ юл менән алып, байырға теләгән мут әҙәмдәр ниндәй генә юлдар уйлап тапмай.

Кешенең хәләл аҡсаһын алдыҡ юл менән алып, байырға теләгән мут әҙәмдәр ниндәй генә юлдар уйлап тапмай. Банк хеҙмәткәре булып та шылтырата; туғанығыҙ бәләгә эләккән, уға ярҙам итер өсөн аҡса түләргә кәрәк, тип тә хәбәр ебәрә; төрлө һатыу-сауҙа сайттарына ялған иғландар ҡуя ла, аҡсаһын алдан һорап, халыҡты төп башына ултырта.

Яңыраҡ беҙҙең райондың Селиван һәм Покровка ауылдарында йәшәүселәр мутлашыусылар ҡорбаны булды. Сиған милләтенән булған ҡатындар ошо ауылдарға килеп, «сәләмәтлек өсөн шул тиклем файҙалы, остеохондрозды, бил һыҙлауын дауалай, заманса медицина алымдары ҡулланып эшләнгән яҫтыҡ һәм юрғандар», тип иҫте китәреп маҡтап, өй беренсә йөрөй. Уларҙың матур һүҙҙәр менән сорналған хәйләкәр тоҙағына ике пенсионер ҡаба. Берәүһе яп-ябай синтепондан эшләнгән түшәк кәрәк-ярағын 7 комплект итеп тороп, 60 мең һумға, икенсеһе 4 комп-лектты 30 мең һумға һатып алып ҡала. Һатыусылар өйөнән сығып киткәс, арбау көсө бөтә, күрәһең — ололар түшәктең бер ҙә файҙалы түгеллеген аңлай. Әммә сиғандарҙан елдәр иҫкән була шул...

Фәрхәт ҠАДИРОВ,

участка уполномоченныйҙары

бүлеге начальнигы.


Читайте нас: