Йәйге осорҙа районда үҫмерҙәрҙең транспорт сараларына идара итеү осраҡтары йышая. Улар каникул мәлендә ата-әсәһенең өнһөҙ рөхсәте менән мопед, мотоцикл кеүек «тәгәрмәсле дуҫ»тарына атланып, күрше ауылдарға сәфәргә сыға. Тик водитель танытмаһы булмаған, юл ҡағиҙәләрен йүнләп белмәгән йәштәр өсөн бындай хәлдәр ҡайһы саҡ күңелһеҙ, хатта фажиғәле тамамлана. Бәғзе бер малайҙар руль артына эскән килеш ултырыуҙан да ҡурҡмай.
Комиссияла тикшерелгән ике эш тап ошондай осраҡтар буйынса ине. Таштуй ауылында йәшәүсе үҫмер, 9-сы класты тамамлағас, ниңәлер бер ҡайҙа ла уҡырға бармай, төрлө төҙөлөш эштәрендә йөрөп, аҡса таба. Билдәле, бындай урындарҙа ул тиҫтерҙәре менән түгел, ә үҙенән күпкә өлкән ир-аттар менән аралаша, шуларға тиңләшергә теләй, ҙур булып күренгеһе лә киләлер инде. Бер кистә ул олатаһының машинаһын алып, күрше ҡалаға юл ала. «Дуҫтарым саҡырғайны» тип аңлата ул был аҙымын. Магнитогорскиға барғас, һыра эсәләр һәм ошо хәлдә автомобилдә китеп барған үҫмерҙе полиция хеҙмәткәрҙәре туҡтата...
Был егеттең ауылдашы иһә төнөн, мотоцикл менән Асҡарға килеп етә. Дуҫтары менән осрашып, шулай уҡ һыра эсәләр һәм кире ауылға ҡайтырға сыҡҡанда ул хоҡуҡ һаҡсыларына эләгә. «Эләгә» тип әйтеүе бигүк дөрөҫ тә түгел, сөнки был үҫмерҙәрҙең юлына полиция хеҙмәткәрҙәре килеп сыҡмаһа, транспорт сараһынан ситләтмәһә, эскән килеш ниндәй хәлгә осрарҙар ине әле, билдәһеҙ... Өлкән йәштәге водителдәр ҙә иҫерек саҡта юлдағы хәлде контролдә тота алмай, ә былар тормошто күрмәгән балалар ғына. Законға ярашлы, улар бәлиғ булмағандар рәтенә ингәс, яуаплылыҡ ата-әсәгә һалына. Иҫереп, рулгә ултырған балаларҙың әсәләренә (ике осраҡта ла атайҙар ғаилә менән бергә йәшәмәй) 30 мең һум штраф түләргә тура киләсәк. Комиссия ағзалары, ғаиләләрҙең ауыр матди хәлдә булыуын, водителдәрҙең бәлиғ булмауын иҫәпкә алып, штрафты өлөшләтә ҡапларға тигән ҡарар сығарҙы. Был осраҡтар балаларҙың күңелендә уйылып, ҡабаттан яңылыш аҙым яһамаҫҡа этәргес булһа ярар ине...
Комиссия иғтибарына сығарылған ҡалған протоколдар бурыстарын тейешле башҡармаған атайҙарға һәм әсәйҙәргә төҙөлгән ине. Асҡарҙа йәшәүсе 33 йәшлек ҡатын йәш кенә көйө бала тапҡайны. Әсә булыу бәхете уны алама юлдан тайпылдыра алманы, ул һаман аҙғын тормошон дауам итте, эскеселәр менән аралашты, аҙналар буйы ҡайтмай урамда йөрөнө. Тағы бер малайға ғүмер бирҙе. Был ике баланы ҡарамағас, суд уны ике тапҡыр әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итте. Тик хәл үҙгәрмәне — быйыл ул тағы ла әсәй булды. Билдәле, яңы тыуған сабыйҙа уның эше юҡ, урамда эсеп йөрөүҙе иң яҡшы тормош тип һанай, күрәһең. Йүнһеҙ ҡатындарға тағы административ штраф һалынды...
Балаларын һанға һуҡмаған тағы бер йәш ҡатындың туғандары килеп инеүе сәбәпле, комиссия ағзалары был мәсьәләне лә көн тәртибенә индерҙе. Ҡыҫҡаса аңлатҡанда, был ҡатындың өлкән улына 7 йәш тулып, ул мәктәпкә барған. Малайҙың атаһы — билдәһеҙ. Унан тыш тағы ике бәләкәй бала бар. Әммә әсәләре эскелек менән мауығыуы арҡаһында, уларҙы кемгә етте, шунда ҡалдырып, оҙайлы «сәфәргә» сығып китеп, юғала. Бөгөн дә уның ҡайҙалығын асыҡлай алмайҙар, малайҙы ҡалала йәшәүсе туғандары алып ҡайтыу сәбәпле, ул дәрес ҡалдырырға мәжбүр. Ошо хәлдән сығыу юлын эҙләп килгәйне туғандары. Оҙаҡ бәхәсләшкәндән һуң, бер уртаҡ фекергә килеп булды, буғай. Бала ваҡытлыса ҡала мәктәбендә уҡыуын дауам итәсәк. Полиция хеҙмәткәрҙәре кәкүк-әсәне эҙләп тапҡас, уға улынан баш тартыуы тураһында ғариза яҙырға тәҡдим ителәсәк, ә үҙен апайҙары мәжбүри рәүештә дауаханаға урынлаштырырға ниәтләй.
Ултырыш һөҙөмтәләре буйынса бер нисә бала һәм ғаилә иҫәптән төшөрөлдө, ауыр тормош хәленә ҡалған ғаилә менән профилактик әңгәмә үткәрелде.