+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
18 Октябрь 2019, 12:27

Электрон хеҙмәттәр һаны арта

Был айҙа халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә бер нисә үҙгәреш булды.

Был айҙа халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә бер нисә үҙгәреш булды.

Мәҫәлән, инвалидлыҡ юллау буйынса законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, 1 октябрҙән граждандар медицина-социаль экспертиза үткәреү өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза бирә ала. Шулай уҡ экспертизаны үткәреү тураһындағы акттың, протоколдың күсермәләрен дә ошо берҙәм порталда алырға йәки бюроға ялыу ебәрергә лә була.Тағы бер үҙгәреш: күп фатирлы йорттарҙа булдырылған хостелдар һәм ҡунаҡханалар ябылырға тейеш. Рәсәй Торлаҡ кодексының 17-се статьяһының 3-сө өлөшөнә ошондай үҙгәреш индерелде. «Күп фатирлы йорттарҙа бүлмәләрҙе һәм торлаҡ майҙанын ҡунаҡхана хеҙмәте күрһәтеү өсөн файҙаланыу тыйыла», — тиелә унда.

Етештереү тармағында хәүефһеҙлек техникаһын боҙған өсөн ғәйеплеләр штраф түләйәсәк. Әгәр бәхетһеҙ осраҡты тикшергән комиссия фажиғәнең хәүефһеҙлек техникаһын боҙоу арҡаһында килеп сыҡҡанлығын асыҡлап, раҫлаһа, ғәйепле кешегә 400 мең һум күләмендә йәки уның 1,5 йыллыҡ эш хаҡына торошло штраф һалынасаҡ.

РФ Хеҙмәт кодексына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, хеҙмәткәрҙәр отпускыға сығыу йәки эштән китеү тураһындағы ғаризаны эш биреүсегә электрон почта аша ебәрә ала. Хеҙмәткәр ялға график буйынса китмәгән осраҡта ғына яҙма ғариза талап ителә.

Интернетта хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса яңы закон үҙ көсөнә инде. Абоненттың почтаһына килгән хаттар интернет серверында 30 көн һаҡланырға тейеш була. Был ваҡыт йыл һайын биш процентҡа арттырыла. Йәғни, махсус хеҙмәттәр граждандарҙың ниндәй хат, мәғлүмәт алышыуын үҙҙәре теләгән ваҡытта ҡарай һәм уҡый аласаҡ.

Р. МӨХӘМӘҘИЕВА әҙерләне.

Читайте нас: