Район биләмәһендә мутлыҡ осраҡтарын асыҡлау һәм иҫкәртеү буйынса профилактик сара бара. Телевизорҙан да, үҙәк матбуғаттан да, район гәзиттәре аша ла мутлыҡ менән булышыусы хәйләкәр әҙәмдәрҙең кеше аҡсаһын урлау өсөн яңынан-яңы ысулдар уйлап табыуы, йышыраҡ интернеттағы сауҙа сайттарын файҙаланыуы, банк картаһының һандарын берәүгә лә бирергә ярамағанлығы хаҡында иҫкәртелһә лә, ни өсөндөр халыҡ һаман шул «тоҙаҡ»тарға эләгә. Һуңғы осорҙа районда ниндәй мутлыҡ осраҡтары теркәлеүе, уларҙан һаҡланыу юлдары тураһында эске эштәр бүлегенең енәйәти эҙләү бүлеге начальнигы, полиция майоры Ғаяз Ниязғолов һөйләй.
— Быйыл 9 ай эсендә мутлыҡтан зыян күреүсе кешеләрҙән 10 ғариза ҡабул ителде. Бөгөнгә шуларҙың өсәүһе генә асылды, сөнки телефон, интернет аша ҡылынған электрон енәйәттәрҙе асыҡлауы уғата ауыр. Анһат аҡса эҙләгән әҙәмдәрҙең «эш алымдары» элеккесә. Мәҫәлән, беҙҙең район кешеһе «Авито» сайтында йорт һатыуы тураһында иғлан урынлаштыра. Бер аҙҙан, уға шылтыратып, өйҙө оҡшатыуҙары, алырға теләүҙәре хаҡында әйтәләр. Хатта «башҡа берәүгә лә һатмағыҙ инде, мин алдан әҙерәк аҡсаһын күсерәм» тип ебәрәләр. Уңышлы килешеү төҙөүҙән башы әйләнгән һатыусы телефон аша ғына һөйләшкән, бер ҡасан да күрмәгән ниндәйҙер кешегә ышанып, аҡса күсерһен өсөн банк картаһының номерын әйтә. Бер аҙҙан теге «клиент» номерығыҙҙы алдым, тик аҡсаны күсереү өсөн код һорайҙар, ул һеҙҙең телефонығыҙға смс-хәбәр менән килһә, миңә әйтегеҙ әле, тип тағы шылтырата. Ә был код телефон номерына банк картаһын бәйләү өсөн ҡулланыла! Шул рәүешле, һеҙ үҙ ҡулығыҙ менән бөтә «кәрттәрҙе асып һалаһығыҙ», йәғни, енәйәтсегә картағыҙҙың номерын да, уға бәйләнгән телефон һандарын да бирәһегеҙ. Артабан, уға, өйрәнелгән схема буйынса, һеҙҙең исемдәге бөтә банк карталарынан аҡсаны сисеп алырға ғына ҡала. Һәм улар бер ниндәй ҙә һатып алыусы, клиент, хатта риэлтор ҙа түгел. Улар — енәйәтсе. Араларында төрмәлә ултырыусылар ҙа юҡ түгел. Эйе, хәҙер рәшәткә артында ла телефон бәйләнеше, интернет бар, хөкөм ителеүселәр шул рәүешле еңел кәсеп менән булыша икән.
Һуңғы осорҙа таралыу тапҡан тағы бер ысул: «Бәйләнештә» сайтындағы сәхифәләрҙең йоҙағын сисеү һәм шуның аша аҡса һорау. Йәғни, сәхифәгеҙҙе асҡан мутлашыусылар һеҙҙең исемдән дуҫтарығыҙға, туғандарығыҙға ярҙам һорап смстар ебәрә. «Ауыр хәлгә тарыным, әҙерәк аҡса менән ярҙам итә алмаҫһыңмы икән?» ти улар. Билдәле, «Бәйләнештә» 400-500 дуҫығыҙ булһа, шуларҙың унауһы булһа ла был хәбәргә ышанасаҡ һәм изге теләк менән аҡса ебәрәсәк. Компьютерҙың теге яғында бөтөнләй ят кеше ултыра тип тә уйламаясаҡ. Ғөмүмән, аҡса һорап мөрәжәғәт итһәләр, мотлаҡ ул кешене шәхсән күрергә йәки туғандарына булһа ла шылтыратып, хәлде раҫларға тырышығыҙ. Ошо сайт аша ҡылынған тағы бер мутлыҡ — һеҙ ниндәйҙер лотереяла, уйында ҙур бүләк оттоғоҙ, тик уның страховка өлөшөн түләргә генә кәрәк тип аҡса һорау. Бүләк алырға өмөтләнгән кеше, страховка өсөн 3 – 5 мең һум аҡса күсереп, алданғанын һиҙмәй ҙә ҡала.
Автомобиль һатып алырға теләүселәр ҙә йыш алдана. Шул уҡ интернет селтәренә ҡуйылған машинаны ҡарағас, Әбйәлил кешеһе һатыусыға шылтырата. Трубканың теге яғында: «Машинаны һатып алырға теләүсе бар, әммә һеҙ сумманың бер аҙ өлөшөн миңә түләһәгеҙ, һатмай торам, автомобилде оҡшатмаһағыҙ, аҡсағыҙҙы кире бирермен», тип алдаштыралар. Оҙаҡ уйламайынса кеше әйтелгән картаға аҡса күсерә һәм осрашыу урынына барһа, унда машина ла, һатыусы ла юҡ, ә телефон һүндерелгән була.
«Банк картағыҙға хәүеф янай, аҡсағыҙҙы юғалтмаҫ өсөн паспорт һандарын йәки картаның номерын ебәрегеҙ» тигән шылтыратыу йәки смс — мутлашыусыларҙың эше. Бер банк та был турала шылтыратмай йәки смс яҙыу менән шөғөлләнмәй.
Ошо схемаларҙы иҫегеҙҙән сығармағыҙ, хәйләкәрҙәр тоҙағына эләкмәгеҙ. Оло йәштәге туғандарығыҙға ла алдаҡсылар тураһында даими иҫкәртеп тороғоҙ.
Резеда ХӘСӘНОВА яҙып алды.