+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
8 Ноябрь 2019, 11:43

Халыҡ участковыйы

Башҡортостан халҡы ил күләмендә иң яҡшы участка уполномоченныйы исеменә лайыҡ тип, нәҡ уны һайланы.

Полицияның өлкән лейтенанты, райондың курорт төбәген хеҙмәтләндереүсе участка инспекторы Вәғиз Задинға ни бары 31 йәш әле. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, граждандар менән эшләүҙә байтаҡ тәжрибә туплаған, тиҫтәләгән енәйәттәрҙе асыҡлаған, халыҡ ышанысын яулаған, үҙ эшенә уғата яуаплы хеҙмәткәр ул. Хоҡуҡ һәм тәртип һаҡсыһы быйыл республика кимәлендә танылыу алды — «Халыҡ участковыйы» IX Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеү яуланы. Башҡортостан халҡы ил күләмендә иң яҡшы участка уполномоченныйы исеменә лайыҡ тип, нәҡ уны һайланы.

Вәғиз — Магнитогорск ҡалаһында тыуып үҫкән. Ата-әсәһе Әбйәлилдекеләр, Вәғиз дә Йәлембәт ауылын үҙенең кесе йәнтөйәге тип һанай. Бәләкәйҙән тырышлығы, сәмлелеге менән айырыла. Беренсе кластан тик «бишле»гә генә өлгәшеп, ата-әсәһенең ғорурлығы, ҡустыһы өсөн үрнәк була. Мәктәптән һуң ҡаланың 13-сө һөнәрселек лицейын да ҡыҙыл дипломға тамамлай. Хоҡуҡ һаҡсыһы булыу хаҡындағы баласаҡ хыялы, әрме сафында йөрөп ҡайтҡандан һуң, юридик белем алыуға этәрә. Комбинатта эшләп йөрөү менән бер рәттән, ситтән тороп, Өфөләге Көнсығыш иҡтисади-гуманитар университетында уҡып, ҡулына диплом алғас, хыял һәм ысынбарлыҡ араһындағы хәл иткес аҙымды яһай. Был ваҡытҡа ул инде өйләнгән, атай булған, ғаиләһе менән Әбйәлилдә йәшәргә тигән ниәттә Күсемдә йорт һала башлаған була. Шуға күрә Әбйәлил эске эштәр бүлегенә урынлашырға ҡарар итә. Ләкин эске эштәр органдары структураһына эшкә төшөүе еңел түгел, В. Задинға ла күп кенә мәшәҡәттәрҙе йырып сығырға тура килә. 2014 йылдың ғинуарынан ул әлеге хеҙмәттә тынғыһыҙ эшмәкәрлек алып бара.

Үҙе йәшәгән Ташбулат төбәгенә участка уполномоченныйы итеп тәғәйенләнеүен бәхет тип һанай. Ҡарамағында рәсми теркәлеү факты буйынса 5,6 мең кеше йәшәгән 11 ауыл һәм Рәсәй кимәлендә билдәле «Яҡты-Күл» шифаханаһы һәм ял йорттары урынлашҡан курорт төбәгендә — эш күләме ҙур, енәйәти хәүеф көслө участкала эшләүҙе башҡалар бер ҙә бәхеткә тиңләмәҫ ине. Вәғиз Вәзир улы арып, арманһыҙ булһа ла, өйөнә яҡынлығы, эше менән ғаиләһе араһында алтын уртаҡлыҡ таба алыуы өсөн генә лә хеҙмәтенән риза, ҡәнәғәт.

— Эшемде яратып башҡарам. Атайым да эске эштәр органдары ветераны. Һөнәр һайлауҙа тәү сиратта миңә ул өлгө булды. Йәшәгән еремдә хеҙмәт итеүҙең ыңғай яҡтары күп, киреһе лә осрай. Төбәктәге хәл-әхүәл менән хәбәрҙар, халыҡ менән йөҙгә таныш булыу, уларҙың нимә менән йәшәүҙәрен белеү хеҙмәтте еңеләйтә. Ә бына сетерекле хәлдәрҙә танышлыҡ-белешлек ептәрен «өҙөп», ғәҙеллек яҡлы булырға тура килә. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең һәр береһенә ярҙам итергә тырышам, башҡортса ла, русса ла иркен аралашыуым эшемдә бик уңайлы, — ти Вәғиз Вәзир улы.

Өлкән участка уполномоченныйының Ташбулат ауыл биләмәһе хакимиәтендә кабинеты һәм эш машинаһы бар. Аҙнаның өс көнөндә, графикка ярашлы, шәхси һорауҙары буйынса граждандарҙы ҡабул итә. Ашығыс саҡырыуҙарҙың инде ваҡыты-мәле төрлөсә: көнөнә кәм тигәндә ике-өс мөрәжәғәт урынына барырға тура килә. Йәйге ял, Яңы йыл каникулдары ваҡытында эш күләме 5-6 мәртәбәгә арта, тәүлек әйләнәһенә саҡырыуҙар һаны 15-тән дә артып китә. Тормош булғас, ғаилә низағтары, граждандар араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәр асыҡлау осраҡтары ла булғылай. Ваҡиғаларҙы киҫкенләштермәй, тәрәнгә ебәрмәй урында ғына яйлауҙы, хаяһыҙҙарҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырыу менән «аҡылға ултыртыуҙы» маҡсат итә полиция хеҙмәткәре. Курорт төбәгенә хас иң күп енәйәт осраҡтары урлашыуға бәйле. Ял итеүселәр араһында телефон, аҡса урлатыу осраҡтары йыш була. Бурҙарҙы эҙ һыуытмаҫ элек тотоу өсөн сослоҡ һәм һиҙгерлек талап ителә. Өс ай элек Вәғиз Вәзир улына ярҙамсы итеп ебәрелгән Азамат Солтанов стажировканы яҡшы үтеп, икенсе участковый булып ҡалған. Икәүләп эшләгәс, көсөргәнеш кәмене, тиҙәр.

«Халыҡ участковыйы» конкурсына полицияның өлкән лейтенанты В. В. Задиндың кандидатураһын район эске эштәр бүлеге күрһәткән. «Ҙур ышаныс белдереүҙәре тағы ла нығыраҡ яуаплылыҡ өҫтәй», — ти бәйгенең муниципаль һәм республика этаптарында еңеүсе. 10 ноябргә тиклем интернет аша социаль селтәрҙәрҙәге аккаунттарға инеп, «Комсомольская правда» нәшриәт йортоноң порталында барған онлайн тауыш биреүҙә ҡатнашып, һеҙ ҙә Вәғиз Вәзир улы өсөн тауышығыҙҙы бирә алаһығыҙ.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.


Фәрхәт Ҡадиров, участка инспекторҙары һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса төркөм начальнигы:

— Вәғиз Задин полицияға килгән тәүге эш көнөнән алып, участка уполномоченныйы вазифаһын тарта. Ул ауыр төбәктәрҙән һаналған, ял итеүселәр, күрше өлкә ҡунаҡтары күп булған Ташбулат ауыл биләмәһендә закон боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, енәйәттәрҙе асыҡлау, төрлө хәүефле осраҡтарға юл ҡуймау маҡсатында тырышып эшләй. Участковый коллегалары һәм урындағы халыҡ араһында лайыҡлы абруй менән файҙалана. Юриспруденция буйынса юғары белемгә эйә булыуы уға төрлө сетерекле хәлдәрҙә дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам итә. Вәғиз Вәзир улы урындағы биләмә хакимиәте менән берлектә, һөҙөмтәле эшләй, профилактикаға ҙур иғтибар бүлә.
Читайте нас: