Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, ағымдағы йылдың 1 февраленән октябренә тиклем биш йылға бирелгән, техник хаталары булған сит ил паспорттарын алмаштырырға кәрәк була. Алмаштырыу өсөн дәүләт пошлинаһы һалынмай. Граждандарға шәхсән рәүештә эске эштәр бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 2-05-47, 2-05-58.