-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
3 Декабрь 2019, 13:38

Балалар әсәйҙәргә генә кәрәкме?

Район хакимиәтендә бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия прокуратура вәкилдәре менән берлектә балаларҙың мәнфәғәттәрен күҙәтеүгә ҡағылған һорауҙар буйынса ҡабул итеү уҙғарҙы.

Район хакимиәтендә бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия прокуратура вәкилдәре менән берлектә балаларҙың мәнфәғәттәрен күҙәтеүгә ҡағылған һорауҙар буйынса ҡабул итеү уҙғарҙы. Уның эшендә район прокуроры ярҙамсыһы Дим Әхмәҙуллин, комиссияның яуаплы секретары Нәдилә Фәттәхова, опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Эльвира Ниғмәтова, эске эштәр бүлегенең бәлиғ булмағандар эштәре буйынса төркөмө баш инспекторы Сәғиҙә Сафина, бүлектең юристконсульты Ләйсән Ғиззәтова ҡатнашты.

Балаһы ныҡ ауырып китеү сәбәпле, ҡайҙа барып мөрәжәғәт итергә белмәгән әсә ярҙам һораны. Йыл башында туғыҙ йәшлек баланың хәле ҡапыл насарая башлай. Республика балалар клиникаһында бөтә тикшереүҙәрҙе үтәләр, төрлөсә дауаланып ҡарайҙар. Тик файҙаһыҙ: аныҡ диагноз ҡуйылмаған, табиптар бер ни ҡыла алмай. Әсәгә бер туҡтауһыҙ ҡыҙын дауалау, юл йөрөү өсөн байтаҡ аҡса түгергә тура килгән. Нәдилә Ғизетдин ҡыҙы аптыранған ҡатынға республика балалар клиникаһы етәкселеге менән һөйләшеп, Мәскәү дауаханаһына йүнәлтмә алырға кәңәш итте. Эльвира Фәйзрахман ҡыҙы балаларын яңғыҙ тәрбиәләүсе әсәгә ярҙам йыйыу юлдарын тәҡдим итте. Ҡыҙын һауыҡтырыу өсөн барыһын да эшләргә әҙер әсә ризалыҡ бирҙе.

Тағы бер әсәй бәлиғ булмаған балаһының фамилияһын алыштырыу буйынса мөрәжәғәт итте. Бала үҙе лә килгән, ул комиссия ағзаларына класташтары үсекләүе арҡаһында фамилияһын үҙгәртергә теләүен әйтте. Тик ҡыйынлыҡ шунда: икенсе районда йәшәгән атаһы аҙ булһа ла алиментты даими түләп тора һәм улының икенсе фамилияға күсеүенә ҡырҡа ҡаршы. Хатта был осраҡта суд аша ла хәл итеп булмай, атаһының рөхсәте менән генә баланың фамилияһын үҙгәртергә мөмкин. Ҡабул итеүҙә ҡатнашыусылар ир йәшәгән райондың опека органдарына мөрәжәғәт итеп, һөйләшеп ҡарарға вәғәҙә бирҙе.

Миҙгелле эштә йөрөү сәбәпле, балаһына алиментты ҡышҡы осорҙа ғына түләгән элекке иренә дәғүә белдергән ҡатын ярҙам һораны. Ҡабул итеүҙә ҡатнашыусылар ирҙе комиссияға саҡыртып, хәлде аңлатыуын һораны. Ул бурысты ҡаплармын, артабан алиментты ай һайын түләп барырмын тип ышандырҙы.

Күренеүенсә, балаларҙың сәләмәтлеге, яҙмышы өсөн әсәйҙәр генә яуаплы. Атайҙар ҡыҙҙары-улдары өсөн бер ниндәй яуаплылыҡ тоймай, тормош-көнкүрештәре менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай тигән ауыр тойғо ҡалды.

Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: